Яҙ етеү менән махсус хәрби операция зонаһында булған яугирҙәр өсөн яу яланында техниканы ҡаплау һәм башҡа нәмәне йәшереү маҡсатында махсус япма йәиһә маскировкалау селтәре талап ителә. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, төрлө туҡыманан таҫмалар үреп эшләнгән махсус япма бер нисә тапҡыр яугирҙәргә оҙатылды. Был изге эштән Сибай ҡалаһының тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы коллективы ла ситтә ҡалмаған. Улар февраль айында маскировкалау селтәрҙәре үреү буйынса акция иғлан итә. Музей директоры Альбина Ярмуллина белдереүенсә, тәүгеләрҙән булып акцияға ҡаланың уңған ҡатын-ҡыҙҙары, инәйҙәр ҡушылған, шулай уҡ "Теремок" балалар баҡсаһы коллективы ла ситтә ҡалмаған. - Беҙҙең акцияға битараф булмаған һәм ярҙам күрһәткән яҡташтарға оло рәхмәтемде белдерәм. Музейҙа маскировкалау селтәре үреү буйынса майҙансыҡ булдырҙыҡ, теләгән һәр кеше был эшкә үҙ өлөшөн индерҙе. Туғыҙ үрелгән маскировкалау селтәрен гуманитар ярҙам менән яугирҙәргә ебәрҙек. Әле тағы ике бик ҙур селтәр әҙер. Акцияға тотош йорттан ҡушылыусыл