Башҡортостан Хөкүмәте иңендәге өҫтөнлөклө бурыстарҙың береһе – халыҡ һаулығын һаҡлау һәм нығытыу, шулай уҡ ғүмер оҙайлығын арттырыу. Росстат мәғлүмәттәре буйынса, төбәктә көтөлгән ғүмер оҙайлығы уртаса Рәсәй күрһәткесен уҙып, 73,1 йыл тәшкил итте. Республика Хөкүмәте медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлеген арттырыу, сифатын яҡшыртыу, милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу, һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының матди- техник базаһын нығытыу, медицина кадрҙары менән тәьмин итеү буйынса ҙур эш алып бара. –Һаулыҡ һаҡлау үҫешенә 104 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелде. Һуңғы өс йылда 11 эре медицина объекты төҙөлдө. Ошо иҫәптә – дүрт йоғошло ауырыуҙар госпитале. Пандемия осоронда улар медицина ярҙамына ихтыяжды тулыһынса үтәне. 43 меңдән ашыу кеше һауыҡтырылды. Ошо ҡоро статистика артында кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарған аныҡ белгестәр тора,–– тине Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров. 2022 йылда халыҡ араһында үлем осраҡтары кәмене. 2021 йыл менән сағыштырғанда вафат булғандар һаны 17 550 кешегә йәғ
Һаулыҡ һаҡлауға 104 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән
4 апреля 20234 апр 2023
1 мин