Найти тему
Башҡортостан гәзите

Урман яна!

Ҡар иреп тә бөтмәгән, ә тәбиғәт янғындары башланды ла инде. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл 4 апрелгә ҡарата республикала ҡоро үлән яныуына бәйле 43 янғын теркәлгән. Тәүлек эсендә теркәлгән 28 “ҡыҙыу нөктә”нең 22-һе раҫланған. Уларҙың 20 сығанағын һүндергәндәр, ҡалған ике янғын дауам итә: Илеш районының Иҫке Татыш ауылынан 2,3 километр алыҫлыҡта, Йылайыр районының Йылайыр ауылынан 2,8 километр алыҫлыҡта. Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, хәл контролдә тотола. Шулай уҡ 3 апрелдә Белорет районының Инйәр урмансылығында тәбиғи янғын теркәлгән. 0,46 гектар майҙандағы утты һүндергәндәр. Был эшкә дүрт техника һәм 14 кеше йәлеп ителгән. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы республика халҡын асыҡ ут менән эш итеүҙә бик һаҡ булырға саҡыра! Үлән усаҡтан йәки һүндерелмәй ташланған тәмәкенән еңел генә тоҡанып китә ала. Бигерәк тә елле көндәрҙә утты ауыҙлыҡлауы ауыр, был көтөлмәгән эҙемтәләргә килтереүе бар. Урман эргәһендә, баҡсасылар ширҡәте һәм тораҡ пункттар биләмәләрендә ҡоро үлән яндырыу бигерәк тә хәүефле. Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ: янған шырпыны һәм тәмәке төпсөгөн ташламағыҙ, усаҡты ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ, елле һауа торошонда ут яҡмағыҙ. Шешә йәки быяла ярсыҡтары ҡояш нурҙарын туплап, яндырыу линзалары кеүек, янғын сығыуға булышлыҡ итә. Шуға ла уларҙы ҡояшлы урында ҡалдырмағыҙ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙған өсөн административ, гражданлыҡ-хоҡуҡи һәм енәйәт яуаплылығына тарттырыу рәүешендә яза ҡаралған. Янғын сыҡҡанда, 101 һәм 112 телефондарына шылтыратығыҙ. Фото: mchsrb