Ул һөт продукцияһын, ҡоро ҡатнашмалар һәм бутҡаларҙы һаҡлар өсөн бөтә шарттары ла булған мобиль павильонда урынлашҡан. Пункт аҙнаһына биш көн – дүшәмбенән йомаға ҡәҙәр эшләй, бушлай бирелгән һөт продукцияһы шаршамбы һәм йомала таратыла. Район хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, яңы пунктты асыу урында етештерелгән һөт аҙыҡтарын һатыуға сығара башлауға ла ярҙам итергә тейеш. Шуныһын әйтеп китергә кәрәк: республикала яңы “Һөт кухняһы”н асыуға дәүләт етәксеһе В.В. Путин иғлан иткән “Демография” милли проектын (национальный проект "Демография") тормошҡа ашырыу булышлыҡ иткән. Асҡында асылған пункт – Башҡортостанда 60-сыһы, шулай уҡ ул – яңы форматта төҙөлгән, йәғни мобиль павильон рәүешендә асылған икенсе урын. Тәүгеһе Мишкә районында эшләй. Яҡын арала бындай “Һөт кухня”һын Кушнаренкола, Үрге Тәтешлелә, Ҡариҙелдә, Иҫке Балтаста асыу планлаштырыла. Фото: askino.bashkortostan.ru