Өфө ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, баш ҡалала 4 апрелдән С.Т. Аксаков исемендәге баҡса реконструкцияға ябыла. Күптән түгел уҙғарылған күсмә кәңәшмәлә ошондай ҡарар ҡабул ителгән. Ремонт эштәре тамамланғанса баҡса биләмәһенә инеү тыйыла. Мәғлүм булыуынса, был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект “Жилье и городская среда”) “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль программаһы буйынса башҡарыла. Былтыр Өфө халҡының күпселеге ошо объект өсөн тауыш биргән. Реконструкцияны тамамлау ваҡыты – сентябрь аҙағы. Киләсәктә биләмәне функциональ зоналарға бүлеү күҙаллана. Унда тарихи аллея, күл буйы, әҙәби ҡунаҡхана, ваҡиғалар һәм балалар майҙансыҡтары барлыҡҡа киләсәк. Бәләкәй архитектур һындар, яҡтыртҡыстар ҡуйыу, юл япмаһын алмаштырыу, ҡарт ағастар урынына яңыларын ултыртыу, йәшелләндереү эштәре планлаштырыла. Сергей Тимофеевич Аксаковтың бала сағынан, 1834 йылдарҙан, баҡсала ҡарағас үҫә. Тарихи ҡиммәтте