Тиҙҙән аграрийҙар өсөн иң яуаплы осор - яҙғы баҫыу эштәре башлана. Бөгөн Баймаҡ ҡалаһында 2023 йылда яҙғы баҫыу эштәрен үткәреү буйынса Урал аръяғы районының аграрийҙарының зона агроконференцияһы бара. Сарала шулай уҡ Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов, БР ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Рәмил Нуриәхмәтов, БР ауыл хужалығы министры урынбаҫарҙары Ирек Сураҡов, Павел Иофинов, Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев, төбәк район башлыҡтары, ауыл хужалығы буйынса урынбаҫарҙары, баш агрономдар, фермерҙар һәм башҡалар ҡатнаша. Илшат Фәзрахманов конференцияны асып, республикала яҙғы сәсеү эштәре башланыуы хаҡында белдерҙе. Бөгөн 11 район хужалыҡтары ужым культураларын һәм күп йыллыҡ үләндәрҙе өҫтәмә туҡландырыуға төшкән. Илшат Илдус улы сарала ҡатнашыусыларҙы 2023 йылда БР агросәнәғәт комплексын үҫтереүҙең стратегик йүнәлештәре менән таныштырҙы. Шулай уҡ быйыл льготалы кредитлау программаһын һәм дәүләт ярҙамы сарала