Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты, Баймаҡ районында Сосновка йылғаһы кимәленең күтәрелеүе сәбәпле, Комсомол һәм Урал ауылдары араһындағы автомобиль юлы участкаһын күҙәтеү аҫтында тота. Шулай уҡ 4 апрелдә 11.00 сәғәткә ҡарата түбәндәге объекттар контролдә ҡала: – туғыҙ муниципаль берәмек биләмәһендә – Сибай ҡалаһында, Баймаҡ, Бишбүләк, Иглин, Миәкә, Күгәрсен, Белорет, Көйөргәҙе райондарында һәм Өфөлә – “Альбатрос” һәм “Козарез” баҡса ширҡәттәрендә 10 һыу баҫыу осрағы теркәлгән, – 5 юл участкаһы һәм өс күпер. Быға тиклем Белорет районында Үрге Әүжән – Исмаҡай – Оло Йылға станцияһы – Ишле – Туҡан – Егәҙе автомобиль юлы буйлап хәрәкәт транспорттың бөтә төрҙәре өсөн дә юл ябылғайны. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, "Башкиравтодор” предприятеһынан хәбәр итеүҙәренсә, сикләүҙәр алынған, юл асылған. Республиканың һыу ятҡылыҡтарындағы хәл көн һайын брифинг эфирында тикшерелә. 11.00 сәғәттә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, “Башҡортостан 24” һәм Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең социаль селтәрҙәрендә (https://vk.com/tsur_bashkortostan) ҡарағыҙ. Фото: mchsrb