Урбанизация көсәйгән заманда ғүмер итәбеҙ. Халыҡтың, бигерәк тә йәштәрҙең, күпләп ҡалаға күсенеүе йылдам дауам итә, был ағым йылдан-йыл көсәйә генә бара. Ауыл кешеләре район үҙәктәрендә төпләнергә теләй, үҙ сиратында, район үҙәгендәгеләр ҙур ҡалаларға ашыға, унда барып бәхетен һынап ҡарай. Йыраҡ йөрөйһө түгел, миллиондан ашыу кеше йәшәгән Өфө ҡалаһына ла күпләп ағылалар. Шулай икән, ниңә баш ҡалабыҙ ай үҫәһен көн үҫмәһен, ти! Фатир хаҡы тәңгәлендә Мәскәү, Санкт-Петербургтан саҡ ҡына ҡалышҡан Өфө тиҙ үҫешә. Өфөлә Дим, Затон, Шаҡша, Нижегородка, Инорс, Сипайлово кеүек эре биҫтәләр бар, ваҡтарын һанап тораһы ла түгел. Улар башлыса ҡаланы уратып алған һәм һаҡсы ролен дә үтәгәндәй тойолалар. Был проекттарға тағы ла берәү өҫтәлде – Ағиҙел аръяғы. Ул Ағиҙел йылғаһының аръяғында урынлашҡан. Баҡтиһәң, ҡаланан көнбайышта ятҡан Затон менән Дим биҫтәләре араһында уңайлы ғына бер урын тороп ҡалған. Нәҡ шунда "Ағиҙел аръяғы" тигән өр-яңы биҫтә төҙөлә лә инде. Ошонда республика етәкселеге яҡынса 10 м