Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Һәр кемгә кесе ватаны ҡәҙерле

Башҡортостан дәүләт аграр университеты тураһында һүҙ сыҡһа, шунда уҡ иге-сиге күренмәгән йәйрәп ятҡан туҡ башаҡлы иген баҫыуҙары күҙ алдына баҫа, ә ошо вузды тамамлаған егет һәм ҡыҙҙарҙың исемдәрен телгә алһалар, тыуған яҡтарын ярҙамдан өҙмәгән шәхестәр иҫкә төшә. Әйткәндәй, күптән түгел ғәжәйеп бер күркәм сараның шаһиты булыу бәхете тейҙе. Республикабыҙға һәм илебеҙгә генә түгел, ә тотош донъяға ауыл хужалығы тармағы өсөн иң кәрәкле белгестәр әҙерләгән Башҡортостан ауыл хужалығы институтын (хәҙер – Башҡортостан дәүләт аграр университеты) бынан өс тиҫтә йыл элек тамамлаған белгестәр осрашыуға йыйылғайны. Тарихҡа күҙ йүгертһәк, алыҫ 1993 йылда институт менән 120-гә яҡын ҡыҙ һәм егет һаубуллашҡан. Николай Ефремовҡа, Фларид Шәфиғуллинға, Илшат Ғәлләмовҡа һәм Урал Хәмитовҡа ҡыҙыл диплом тапшырылған. Йәйҙең өйө күп бит. Ғәҙәттә, ниндәй ҙә осрашыу йәмле йәй айҙарына тәғәйенләнә. Ә бында ни арба, ни сана тигәндәй... Ни өсөн тап ошо ваҡытта осрашыуҙары миңә сәйер тойолдо. Баҡтиһәң, яҙғы баҫыу кеүек тынғыһыҙ мәшәҡәттәргә күмелер алдынан күрешеп алырға булғандар икән. Нимә генә тиһәң дә, араларында агрономдар, механиктар, инженерҙар бихисап. Бөгөн төрлө урындарҙа юғары вазифалар биләгән кешеләр ул саҡтағы институт ректоры, фән докторы Радик Бәшировты тик ыңғай яҡтан ғына хәтерләй. “Радик Миңлехан улы заманында үҙе лә ошо уҡыу йортон тамамлаған, студенттарға өҫтән ҡараманы, ә беҙҙе йәштәштәре һымаҡ күрҙе. Хәл-әхүәлеңде белешеп торҙо, уҡыуыбыҙ менән даими ҡыҙыҡһынды”, – тип үткәндәрҙе иҫләнеләр. Диплом тапшырыу тантана­һында Радик Бәширов сығыш яһағанда, уларҙың һуңғы йылдарҙағы иң көслө сығарылыш курсы булыуына тиккә генә баҫым яһамағандыр. “Һеҙҙең барығыҙ ҙа тыуған төйәккә эшкә ҡайтасаҡ, мөмкин тиклем ауылығыҙға ярҙам итегеҙ, был тәңгәлдә бөтәһе лә тик һеҙгә ҡарап торасаҡ”, – тип йыш ҡабатлар булған ректор. Иң беренсе Илшат Ғәлләмов менән таныштырҙылар. Ул биш йыл буйы курстың старостаһы кеүек яуаплы вазифаны намыҫ менән башҡарған. Старостаның эше стипендия таратыуға ғына ҡайтып ҡалмай шул. Бындай бурысты бүтәндәр мәнфәғәтен хәстәрләгәндәр генә башҡара алыуында тамсы ла шик юҡ. – Үҙең һәр йәһәттән дә өлгө күрһәтмәй тороп, нисек бүтәндәрҙән ниҙер талап итәһең, – тип һөйләй Дүртөйлө районының Арғымаҡ ауылында төпләнгән Илшат Исламетдин улы. – Уҡыу алдынғыһы булыуҙан тыш, башҡа эштәрҙә лә беренселекте бирмәҫкә тырыштыҡ. Беҙ төп эшебеҙ белем эстәүгә өҫтәп, республикабыҙ райондарына йыш ҡына практикаға юлландыҡ. Ә практика үтеү урыны – икһеҙ-сикһеҙ баҫыуҙар. Унда ла алдан йөрөнөк. Эшҡыуар Илшат Ғәлләмов тыуған ауылын төҙөкләндереүҙе мөҡәддәс бурыс­тарының береһе тип иҫәпләй. Ошо изге эш барышында уға бүтәндәрҙең дә ҡушылыуына шатлығын йәшермәй. – Радий Хәбировтың 2023 йылды Башҡортостанда Атайсал өсөн файҙалы эштәр йылы тип иғлан итеүен хуплап ҡаршы алдыҡ, – тип дауам итә һүҙен әңгәмәсем. – Минеңсә, үҙеңдең ауылың өсөн башҡалар алдында йөҙөң ҡыҙарырлыҡ булмаһын. Бәләкәй генә эште лә ваҡытында башҡарып ҡуйыу зарур. Мәҫәлән, йәйгеһен юл буйҙарындағы үләнде сабыуға йәки ҡышҡыһын юлды ҡарҙан таҙартыуға үҙ өлөшөңдө индереүҙең ни хәтлем ҡиммәт икәнен аңлатыу кәрәкмәйҙер. Ауыл осона стела эшләтеү, урамға асфальт түшәтеү, шишмәләрҙе тәртипкә килтереү, зыяратты кәртәләү кеүек ҙур эштәрҙе лә бергәләп башҡарһаң еңелерәк. Тыуған яғының үҫешенә тос өлөш индергән, ауылының киләсәге өсөн янып-көйгән тағы бер шәп уҙаман менән әңгәмәләштек. Илдар Заһиҙуллин Өфө ҡалаһындағы 1-се мәктәп-интернатын (хәҙер – Рәми Ғарипов исемендәге Башҡорт республика гимназия-интернаты) тамамлағас, Башҡортостан ауыл хужалығы институтына уҡырға инә. Институттың агрономия факультетында белем эстәгән Илдар Ришат улы тыумышы менән Миәкә районынан. – Тормош тора белһәң – тормош, тора белмәһәң – ҡормош, тиҙәр, – тип һөйләй Миәкә районының Бикҡол ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Илдар Заһиҙуллин. – Ғөмүмән, беҙҙе тормошҡа ныҡлап әҙер­ләнеләр, донъя көтөүҙең нескәлектәренә өйрәттеләр. Нисек өйрәттеләрме? Эштән ҡурҡмаҫҡа, хеҙмәт һөйөргә. Хеҙмәт тәрбиәһе биргәндәре өсөн барыһына ла рәхмәт. Әлбиттә, бәхет ҡошо үҙеңдең ҡулыңда. Бөтәһе лә – уңыштар ҙа, еңеүҙәр ҙә һәр кемдең тик үҙенә генә бәйле. Ауылдарҙы төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү – ауыл хакимиәте башлығының бурысы, эше шул, тип әйтер кемдер. Ысынында шулай. Шул уҡ ваҡытта ошо башлыҡтың йөрәгендә ауылы тураһында тамсы ла ғәме юҡ, ул ҡағыҙға күмелеп кенә кабинетта ултыра икән, ауылдың йөҙө лә, төҫө лә булмаясаҡ. – Буш торған йорттарҙың эргә-тирәһен тәртипкә килтерһәң, ҡоймаларын яңыртһаң, кесерткән, дегәнәк кеүек сүп үләндәрен сапһаң, ауыл бөтөнләй йәшәреп ҡала, – тип һөйләй Илдар Ришат улы. – Тәртип тупһанан башлана тигәндәй, иң беренсе үҙең йәшәгән ергә иғтибар итергә бурыслыһың. Иғтибар тигәндән, беҙҙең Дим буйы кешеләре һәр башланғысты күтәреп алырға әҙер, һәр эшкә әүҙем ҡушыла, берәүҙең дә “ваҡыт юҡ”, “аҙаҡтан эшләрбеҙ” кеүек ялҡаулыҡҡа йүнәлтелгән һүҙҙәрен ишеткәнем булманы. Илдар Заһиҙуллин билдәләүенсә, кесе ватанына ярҙам итеүселәр Бикҡол ауыл биләмәһенә ҡараған Әбеш, Маяҡ, Рассвет, Бикҡол, Садовый, Сәтәй-Бөрйән ауылдарында бихисап. Шуның өсөн дә был яҡтар йылдан-йыл күркәмләнә. Ауылдарҙың икенсе һулыш кисереүе, ғөмүмән, Миәкә районына хас күренеш. Был юҫыҡта район хакимиәте башлығы Ришат Аҡтуғановтың хеҙмәтен күрмәү мөмкин түгел. Ошо сығарылыш курсы араһында данлыҡлы “Алексеевка” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә юғары вазифа биләгән Илшат Маннанов, “Рощинский” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры булған Радик Рафиҡов, Дәүләкән районында билдәле фермер Ғаяз Ғабдрахманов, Миәкә районында баш агроном Марсель Атласов, “Россельхознадзор” йәмғиәтендә эшләгән Илгиз Ғатауллин менән Сулпан Гәрәев, шулай уҡ төрлө яуап­лы урындарҙа хеҙмәт иткән Рафаэль Исмәғилев һәм башҡалар тыуған ауылына һәр саҡ ярҙам итеп тора. Изгелек эшлә лә, һыуға һал, халыҡ белер, халыҡ белмәһә – балыҡ белер, тибеҙ. Ҙур булмаған яҙмала исем-шәрифтәре телгә алынғандар ҙа, телгә алынмаған бүтәндәр ҙә кесе ватаны өсөн бик күп яҡшы эштәрҙе бойомға ашырған. Урамдарҙы рәтләү, контейнер майҙансыҡтарын тәртиптә тотоу, ҡәберлектәрҙе тәрбиәләү, алтаҡталарҙы яңыртыу, мәсет төҙөлөшөнә булышлыҡ итеү, мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пунктының ҡыйығын ябыу һәм көпләү, ҡыҫҡаһы, ауылдарын иң-иңдәр рәтенә күтәреүе – шуға асыҡ миҫал. Ошо йәне-тәне менән эшкә бирелгән, тыуған төйәгенең киләсәген даими хәстәрләгән сәмселдәр беҙҙең һәр беребеҙгә маяҡ ролен үтәй, ысын мәғәнәһендә өлгө булып тора. Илдар АҠЪЮЛОВ