Найти тему
Башҡортостан гәзите

Беҙҙең көсөбөҙ – берҙәм булыуҙа

2021 йылда республикала “Атайсал” проекты старт алды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән тормошҡа ашырылған сара яҡшы һөҙөмтәләр бирә. Уның сиктәрендә республикала ғына түгел, сит тарафтарҙа ла йәшәгән илһөйәр яҡташтар изге эштәре менән кесе ватанына ярҙам итә. Эй тыуған ер, кендегемде киҫкән ер! Үткән аҙнала Мәләүез ҡалаһы “Минең кесе ватаным – атайсал” төбәк муниципаль форумын ҡабул итте. Унда Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, Башҡортостан Респуб­ликаһы Башлығы Хакимиәте етәксе­һенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев, баш ҡаланан һәм унан ситтә йәшәгән мәртәбәле ҡунаҡтар, Күмертау, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалалары, Мәләүез, Ғафури, Ишембай, Миәкә, Баймаҡ, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Федоровка райондары вәкилдәре ҡатнашты. Халҡыбыҙ өсөн ауыл – рухиәте­беҙҙең, милли ҡиммәттәрҙең алтын бишеге, именлектең һәм байлыҡтың башы. Саф һауаһын һулап, сылтырап аҡҡан таҙа һыуын эсеп, хозур тәбиғәт ҡосағында үҫкән һәр кеше тыуған ере менән мөмкин тиклем бәйләнеште өҙмәҫкә, тарихи тамырын онотмаҫҡа тейеш. Мәләүездәр ошо хәҡиҡәтте аңлаған бик күп яҡташтары менән ғорурлана. Форумға килгән мәртәбәле ҡунаҡтар ҡасандыр Ер йөҙөнән юғала яҙған, бөгөн иһә тергеҙелгән, яңы һулыш өрөлгән Столяровка ауылын барып күрҙе. Тыуған ауылы өсөн Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре, “Газпром Газ табыу Ырымбур” компанияһының элекке директоры Сергей Иванов 2008 йылда сиркәү төҙөтә. Бөгөн иһә ҡасан­дыр онотолоп барған ауылдың киләсәге өмөтлө, йәмғеһе 50-ләп йорт иҫәпләнә, урамдарҙа балаларҙың шат тауышы яңғырай. Меценат ярҙамында ауылға газ үткәрелгән, үҙәк урамға асфальт йәйелгән, шишмә төҙөклән­дерелгән, Ватанды һаҡлаусылар мемориалы, балалар майҙансығы барлыҡҡа килгән. Бында ауыр замандарҙа халыҡты туйындырған икенсе икмәк – картуфҡа һәйкәл дә бар. Изге тойғолар тәрбиәләү хаҡында Мәскәү дәүләт технология һәм идара итеү университеты филиалында форумға саҡырылған ҡунаҡтар уҡыу йортоноң фойеһында хәрби-илһөйәрлек темаһына бағышланған бай күргәҙмә менән танышты. Улар “Илһөйәрҙәр үҫтерәбеҙ” тип исемләнгән майҙансыҡҡа йыйылып, киләсәк быуында ватан­сылыҡ, тоғролоҡ, Тыуған илгә һөйөү кеүек изге тойғолар тәрбиәләү хаҡында фекер алышты, ошо йүнәлештәге эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Мәләүездәр байрамға бик ентекле әҙерләнгән. Сара программаһына ярашлы, 12 майҙансыҡта ауыл биләмәләре башлыҡтары, эшҡыуарҙар фекер алышты, дини конфессиялар вәкилдәре менән осрашыу, йәштәр өсөн сессиялар үтте, “Тамыр” телестудияһы вәкилдәре оҫталыҡ дәресе бирҙе. Мәләүез күп профилле һөнәри колледжындағы секция ултырышында күренекле ғалимдар, журналистар, район һәм ҡала хакимиәте башлыҡтары, республика яҡташтар ойошмалары рәйестәре ҡатнашты. Секция эшенә Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев етәкселегендәге абруйлы ҡунаҡтар ҡушылды. “Уҡыу йорттарында белем алған йәштәр араһында яҡташ­лыҡты көсәйтергә кәрәк, шул осорҙағы дуҫлыҡ, берҙәмлек тойғоһо төрлө тарафтарға таралышҡас нығынасаҡ ҡына”, – тине Урал Таһир улы һәм, “Айыҡ ауыл” конкурсының “Атайсал” проектына ауаздаш булыуын телгә алып, ойошма етәкселәренән эш тәжрибәһе менән уртаҡлашыуын һораны. Яҡташтар ойошмаһы дәррәү эшләй Ысынлап та, республикала ике проектты ла халыҡ хуплап күтәреп алды. Ноябрь айында Асҡын районында уҙғарылған “Атайсал” форумы менән сағыштырғанда, бөгөн изге эштәр проекттары һаны биш-алты меңгә артҡан. “Ике йыл элек республика Башлығының инициативаһы менән башланған проект яҡташтарҙы берләштергән ҙур сара булып тора. Көйөргәҙе районында был йүнәлештә район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ. Көйөргәҙе – алты Советтар Союзы Геройы, өс Социалистик Хеҙмәт Геройы, ике академиктың тыуған төйәге, улар менән ғорурланабыҙ. Йәштәр ҙә уларҙан өлгө ала. Бөгөн яҡташтар тарафынан күп эштәр башҡарыла. Тыу­мышы менән Яҡшембәт ауылынан булған, бөгөн иһә Испанияла йәшәгән класташым ауылды йәшелләндереүгә – 500 мең, мәсетте төҙөкләндереүгә 400 мең һум аҡсалата ярҙам күрһәтте. Бөгөн беҙҙең алда 1900 йылда төҙөлгән, тарихҡа тере һәйкәл булған ауыл мәсетен төҙөкләндереү бурысы тора. Яҡшембәт ауылының 100 йыллығын билдәләгәндә яҡташыбыҙ, ғалим-офтальмолог, медицина фәндәре докторы Марат Аҙнабаев матди ярҙам күрһәтте, уға 300 мең һум аҡса ҡушып, мәктәпте төҙөкләндереүгә тотондоҡ. Яҡут, Яҡшембәт ауылдары “Айыҡ ауыл” конкурсында өс миллион һумлыҡ гранттар отто, быйыл унда Кинйәабыҙ ауылы ҡатнаша, еңеүгә ышанысыбыҙ бар”, – тине Сынтимер Баязитов һәм был хәрәкәткә студенттарҙы йәлеп итеүҙәрен әйтеп үтте. Өфөлә генә 500-ҙән ашыу Көйөргәҙе районы студенты белем эстәй. Әүҙем йәштәр ҙә район үҫеше өсөн көс һа­лырға әҙер. Быйыл Кинйә Арыҫла­новтың 300 йыллығына әҙерләнеүҙәрен, музейҙы ремонтлауҙы планлашты­рыуҙарын әйтеп, Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Юлай Ильясов август айында Кинйәабыҙ ауылына ба­тыр­ҙар рухына арналған ҙур байрамға саҡырҙы. Баймаҡ районының ойошмаһы 2013 йылда барлыҡҡа килгән. Улар осрашыуҙарҙа район халҡы өсөн проблема тыуҙырған мәсьәләләрҙе хәл итеү өҫтөндә эшләй. Быйыл һәр кем тыуған төйәгендә ағас ултыртыуҙы ниәт иткән, Аҡморон ауылындағы ҡарттар йортон шефлыҡҡа алғандар. Ә баш ҡалалағы Күгәрсен райо­нының “Оло Эйек” яҡташтар ойошмаһы тағы ла алдараҡ, 2000 йылда барлыҡҡа килгән, улар йылдан-йыл байыраҡ тәжрибә туплай. Йәштәрҙең “Кесе Эйек” йәштәр ойошмаһы өлкәндәрҙең ҡурсалауы аҫтында. Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров үҙенең сығышында тәпәй баҫып киткән нигеҙ һәм ауылдар именлеген күтәрергә, ташландыҡ йорттарҙың төҙөклөгөнә иғтибарҙы йүнәлтте. Үҙ миҫалында Күгәрсен районында ауылдаштарын атай нигеҙен нығытырға, зыяраттарҙы тәртипкә килтерергә өндәне. Артабан сығыш яһаған Данир Ғәйнуллин – Стәрлебаш, Рәүҙәт Ҡолманбәтов – Ишембай районында, “Мең” ырыуы төбәк йәмәғәт ойошмаһы советы рәйесе Әхнәф Тимербулатов яҡташтарҙың эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты, күңелдән урғып торған тәҡдимдәрен индерҙе. Сочи ҡалаһы башҡорттарының урындағы милли-мәҙәни автономия етәксеһе Рәхилә Тайыпова, Астана ҡалаһынан “Аҡбуҙат” башҡорт этномәҙәни берекмә етәксеһе Урал Аҙнабаев Телекүпер аша яҡташтар менән бәйләнешкә сыҡты. Медиакиңлектә лә эш ҡыҙа Конференция форумға килгән төбәктәрҙең электрон һәм баҫма киң мәғлүмәт саралары вәкилдәрен йыйҙы. Түңәрәк өҫтәл сиктәрендә БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов сәләмләү һүҙе менән сығыш яһаны. Киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре изге эштәрҙе яҡтыртыу тәжрибәһе менән уртаҡлашты. “Сәләм” телеканалының баш мөхәррире Айгөл Әхмәҙиева – телевидение ресурстарын үҫтереү, Салауат һәм Ишембай ҡалаларынан киң мәғлүмәт саралары редакциялары етәкселәре “Атайсал” проекты буйынса башҡарылған эштәре, “Октябрь юлы” гәзитенең баш мөхәррире Елена Мазиева Мәләүез баҫмалары нигеҙендә журналист ирекмәнлеге хаҡында һөйләне. Форум сиктәрендә ҡала мәҙәниәт һарайында урындағы ойошмалар етеш­тергән тауарҙар, ирекмәндәр эшләгән эштәр, һүрәттәр галереяһы, тирмә алдында төрлө милләт вәкилдәренең күргәҙмәһе ойошторолғайны. Тантаналы сарала тамашасыларға махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан “Томан” позывнойлы һалдаттан видеомөрәжәғәт күрһәтелде. Битараф булмағандарға “Атайсал” порталына нисек ҡушылырға өйрәтелде. “Мәләүез районынан 777 ғариза ҡабул ителде, 800-гә яҡын файҙалы эш башҡарылды. Район һәм ҡаланан ситтә йәшәгән яҡташтар, предприятиелар һәм эшҡыуарҙар, урындағы үҙидара органы хеҙмәткәрҙәре Сергей Иванов, Азат Сәлихов, Илдус Хәлитов, Закир Бикбулатов, Лариса Малахова, Юрий Ермаков, Александр Замесин һәм тағы күп яҡташтарҙың исем-шәрифен атап үтергә булыр ине”, – тип Мәләүез районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов төбәк, Ватан яҙмышына битараф бул­мағандарға рәхмәтен белдерҙе. Сара илһөйәрлек менән һуғарылған бай йөкмәткеле концерт сығыштары менән үрелеп барҙы. Әҡлимә ИМАМОВА