Фәриҙә менән Сәлимйәнде Хоҙай иң татлы бәхеттән – бала һөйөүҙән мәхрүм итте. Бала саҡтан һаулыҡҡа туймаған Фәриҙә дауахана юлын тапай-тапай арыны ла, был өмөттән төңөлдө. Бер нисә тапҡыр үҙенең тыуған яғына – Өфө аръяғындағы ауылына ҡайтып китергә, Сәлимйәндән айырылырға ла уҡталды, әммә был уйын тормошҡа ашырырға тәүәккәлләй алманы. Берҙән, йәшләй яратып кейәүгә сыҡҡан ирен йәлләне, икенсенән, тиҫтә йыл эсендә йыйған донъяһын – сынъяһау йортон, гөрләп үҫкән баҡсаһын ҡыҙғанды, өсөнсөнән, айырылып ҡайтҡан ҡыҙын әсәһе ҡабул итһә лә, ҡырыҫ холоҡло үгәй атаһы яратмаҫын белә ине. Сәлимйәненең бер туған ҡустыһы Ғәлимйәндең балаларын яратҡанын, һикерткәнен, шулар ыңғайына сабый кеүек уйнағанын күреп, йөрәге өҙөлөрҙәй була ине. Шулай бер көн ҡустыһы ғаиләһе менән килеп киткәндән һуң, Сәлимйән уйланып ултырҙы ла: “Фәриҙә, әйҙә, балалар йортонан сабый алайыҡ”, - тип ҡуйҙы. Оҙаҡ икеләнде Фәриҙә, шулай ҙа бала йәнле иренең теләгенә ҡаршы килә алманы, ризалашты. Үҙҙәре кеүек ҡараҡай ғына йәш ярымлы