Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Үҙебеҙҙең егеттәр менән сикһеҙ ғорурланабыҙ!"

Бөгөн район хакимиәте бинаһы алдындағы майҙан халыҡтың шат тауыштарынан гөр килеп торҙо. Әбйәлил районынан өлөшләтә мобилизацияға эләгеп, хәрби бурыстарын намыҫ менән башҡарған яугирҙәр ҡыҫҡа ваҡытҡа отпускыға ҡайтты. Уларҙы район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов, яҡындары һәм туғандары ҡаршы алды. Был хаҡта Әбйәлил район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһенә яҙған. "Беҙ үҙебеҙҙең егеттәр менән сикһеҙ ғорурланабыҙ, улар намыҫ менән Тыуған ил алдындағы бурысын үтәй. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һәр яугир өсөн ҡайғырабыҙ, уларҙың ҡыҫҡа ваҡытҡа отпускыға ҡайтыуҙарына бик шатбыҙ. Яугирҙәр әйтеүенсә, район һәм республика тарафынан күрһәтелгән ярҙам бик кәрәк һәм мөһим, еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ. Егеттәргә яҡшы итеп ял итергә, яҡындары менән бергә булырға һәм яңы көс туплауҙарын теләйем!"- тип яҙған Илдар Нафиҡов. Ялға ҡайтҡан яугирҙәре шулай уҡ “Боевое братство” ойошмаһы ағзалары, 1-се мәктәптең юнармеецтары, Таһир Кусимов исемендәге гимназияның шайморатовсылар класы уҡыусылары ҡаршы алды. Фото: Илдар Нафиҡовтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән һәм "Осҡон" гәзитенән.