11 апрелдә Башҡортостандың дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә субсидия рәүешендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттарын биреүгә конкурс башлана. Грантҡа дәғүә иткән ойошма республика биләмәһендә теркәлергә һәм эшмәкәрлеген тормошҡа ашырырға тейеш. Башҡортостандан ситтә башҡорт телен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттарҙы тормошҡа ашырған осраҡта ойошманың Рәсәйҙең бүтән төбәгендә теркәлеүе лә ихтимал. Коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға йәнә бер мотлаҡ талап – дәүләт теркәүе үтеүгә кәмендә бер йыл булырға тейеш. Грантҡа дәғүә итеүселәр үҙҙәренең проекттарында мәҙәниәт, мәғариф, фән, киң мәғлүмәт саралары, йәштәр сәйәсәте һәм спорт өлкәһендә дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен, шулай уҡ Башҡортостандан ситтә башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү мәсьәләләрен хәл итә ала. Конкурста еңгән осраҡта бер проектҡа грант ярҙамының иң ҙур күләме – өс миллион һум. Былтыр был конкурста коммерцияға ҡарамаған 28 ойошма еңеп сыҡҡан. Проекттар