Найти тему
Башҡортостан гәзите

600-ҙән ашыу кеше теләк белдергән дә

Билдәле булыуынса, әлеге ваҡытта Башҡортостанда яңы ирекле батальондарға доброволецтар йыйыу иғлан ителде. Әле уларға 600-ҙан ашыу кеше инеү теләген белдергән дә. Был турала бөгөн Хөкүмәттең Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторолған аҙналыҡ кәңәшмәһәнедә Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров хәбәр итте. Был батальондар Даян Мурзин, “Төньяҡ амурҙары” һәм “Ватан” исемен йөрөтәсәк. Андрей Назаров белдереүенсә, был башланғыс йәмәғәтселектә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан. – Беҙҙең граждандар башланғысына ярашлы яңы башҡорт батальондарын формалаштырыу буйынса йәмәғәт штабы ойошторолдо. Хеҙмәт итергә теләгән яҡташтарыбыҙ әүҙем рәүештә был батальондарға яҙыла. Башҡортостан Башлығы барлыҡ структураларға ла был башланғыста мөмкин булғанса булышлыҡ күрһәтергә ҡушты. Әле 600-ҙан ашыу кеше ғариза яҙған да. Был аҙнала яҡынса йомғаҡтар яһарға һәм батальондарҙы формалаштырып, кешеләрҙе әҙерләй башларға кәрәк, – тине ул. Премьер-министр әйтеүенсә, республика Хөкүмәтенә финанслауҙы тәьмин итеү ҡушылған. Фото: "Башинформ".