Шишмә үҙәк район дауаханаһына алынған күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункты тәүе пациенттарҙы ҡабул итте. Тәгәрмәстәрҙәге поликлиника Санжаровка, Богомоловка һәм Илкәш ауылдарында булды. Халыҡты фельдшер Лилиә Кандарова ҡабул итте. Күсмә модулдә сираттағы ауырыуҙар өсөн көтөү һәм ҡабул итеү урындары ҡаралған. Ул заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Ҡан баҫымын үлсәү, гинекология приборҙары, стетоскоп, электрокардиограф, дефибриллятор, үпкәне яһалма елләтеү системаһы һәм башҡа ҡорамалдар пациенттарға медицина тикшереүе үткәргәндә кәрәк буласаҡ. Күсмә модуль оҙаҡламай башҡа ауылдарға юл аласаҡ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл республиканың медицина учреждениелары тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн 65 яңы автомобиль алды. Шуларҙың 11-е – күсмә медицина комплексы. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өл