Найти тему
Башҡортостан гәзите

Яҡындарҙы күреүҙән дә ҙур шатлыҡ юҡ!

Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов шәхси сәхифәһендә шатлыҡлы яңылыҡ менән бүлешкән: бөгөн иртән махсус хәрби операция зонаһынан ялға ҡайтҡан яугирҙәрҙе ҡаршы алғандар. Фотоларҙа һәм видеояҙмаларҙа күренеүенсә, уларҙы район мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда яҡындары өҙөлөп көтөп торған. Ҡаршылаусылар араһында урындағы үҙидара органдары вәкилдәре лә булған. Район хакимиәте башлығы шәхси сәхифәһендә түбәндәге һүҙҙәр яҙған: “Яугирҙәргә илде һәм уның мәнфәғәттәрен һаҡлаған өсөн ҙур рәхмәтемде белдерәм. Был ҡыҫҡа ғына ял булһа ла, яҡындарҙы күреүҙән дә ҙур шатлыҡ юҡ. Уларҙың һәр ҡайһыһы яҡшы ял итһен, ғаиләләре, яҡындары янында булһын. Бында иһә беҙ яугирҙәрҙең яҡындарына ярҙам күрһәтәсәкбеҙ. Уларҙың барыһы ла беҙҙең, ҙур Тәтешле ғаиләһенең, ағзалары! Алға! Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!” - тип яҙған Фәнүр Шәйхисламов. Фото һәм видеолар: район хакимите башлығы, Тәтешле районы башҡорттары ҡоролтайы сәхифәләренән.