7 апрель – Бөтә донъя сәләмәтлек көнө – айҡанлы “Башҡортостан” гәзите ойошторған “Һаулыҡ һаҡсыһы” конкурсы дауам итә. Сираттағы конкурсантыбыҙ – Өфөләге “Медикал Он Групп” компанияһының андрологы Рифҡәт Ғәлим улы СӘХИПОВ. Тура вазифаһынан тыш венеролог һәм уролог бурыстарын да башҡарған белгес заманса диагностикалау һәм дауалау ысулдарын уңышлы ҡуллана. Башҡортостан дәүләт медицина институтын тамамлаған белгес артабан бер нисә тапҡыр Санк-Петербургта һөнәрен камиллаштырыу курстарында уҡый. Юғары категориялы табип, медицина фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы. 2011 һәм 2012 йылдарҙа ул республиканың иң яҡшы табибы конкурстарында еңеүсе булып таныла.