Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин шәхси сәхифәһендә сираттағы пост яҙған. Унда һүҙ ошолар хаҡында бара: “Беҙ Рәсәй Фән һәм юғары белем министрлығы менән берлектә ҙур юғары уҡыу йорто булдырҙыҡ – Өфө фән һәм технологиялар университеты. Хәҙер артабан алға барабыҙ. Евразия фәнни-белем биреү үҙәге стратегик сессия ойошторҙо, унда университет эксперттары һәм коллективы яңы һәм һөҙөмтәле ойоштороу системаһын булдырыу өҫтөндә эшләне. Стратегик сессия ҙур университеттың артабанғы йүнәлешенең векторын билдәләй. Алға барырға ҡурҡмаған, ҡарарҙар эҙләгән һәр кемгә рәхмәт белдерәм. Университеттарҙы берләштереү — яңы маҡсаттарға һәм инновацион һөҙөмтәләр алыуға ҙур аҙым, тип билдәләгем килә. Улар беҙҙең Башҡортостанда яңы Менделеевтар һәм Королевтар барлыҡҡа килтереүгә булышлыҡ итер, тип ышанам. Республика фән һәм мәғариф өлкәһенә ярҙам итеүҙе дауам итәсәк. Беҙ тик бергә генә ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәшә аласаҡбыҙ!” - тип яҙа Максим Забелин. Фото: Максим Забелиндың шәхси сәхифәһенән.