Ошо көндәрҙә Балаҡатай урмансылығы биләмәһендә урман янғынын һүндереү буйынса зона уҡыуын үткәргәндәр. Унда Балаҡатай районы Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәте менән ведомство-ара эш итеү мөмкинлектәре тикшерелгән, шулай уҡ БР Урман хужалығы министрлығы һәм Силәбе өлкәһенең Урмандар буйынса баш идаралығы менән берлектә шартлы рәүештә сик буйындағы янғынды һүндереүҙә көстәр һәм саралар йәлеп итеү буйынса төбәк-ара хеҙмәттәшлек алымдары барланған. Янғын һүндереүҙә 28 кеше һәм 10 берәмек техника ҡатнашҡан. - Урман янғындары формированиелары ҡуйылған бурысты тиҙ арала үтәне, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды зона уҡыуҙарына етәкселек иткән төбәктең урман хужалығы министры урынбаҫары Илгиз Фәтҡуллин. Уҡыуҙарға Балаҡатай, Дыуан, Салауат урман хужалыҡтары вәкилдәре, урман участкаларын ҡуртымға алыусылар, республиканың Урман янғындарын иҫкәртеү һәм һүндереү үҙәгенең урман янғындары станцияларынан, шулай уҡ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығынан көстәр һәм саралар йәлеп ите