Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров #Ҡыҙыҡлы кешеләр тормошонан (#ЖЗЛ_Башкортостан) рубрикаһында яңы яҙма менән уртаҡлашты. “Республиканың атҡаҙанған табибы Миләүшә Ризағетдин ҡыҙы Әхмәтшина Үрге Тәтешле үҙәк район дауаханаһында терапевт булып ярты быуатҡа яҡын – 48 йыл! – эшләй. Бөгөн #Ҡыҙыҡлы кешеләр тормошонан_Башҡортостан (#ЖЗЛ_Башкортостан) рубрикаһында уның тураһында һөйләйем. Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлағандан һуң Миләүшә Әхмәтшина йүнәлтмә буйынса тыуған районының Аҡбулат ауылы дауаханаһына эләгә, хәҙер бында табип амбулаторияһы. Дүрт йыл эшләгәндән һуң үҙ ауылына – район үҙәге Үрге Тәтешлегә ҡайта һәм әлегәсә шунда хеҙмәт итә. Бөгөн Миләүшә Ризағетдин ҡыҙының участкаһында – 2700 пациент. Тағы ла 1700 кеше башҡа участканан беркетелгән. Ихлас, иғтибарлы, белемле табипты коллегалары ла, пациенттар ҙа хөрмәт итә. Миләүшә Әхмәтшина район халҡын диспансерлаштырыуҙа, өҫтәлмә медицина тикшереүҙәре үткәреүҙә әүҙем ҡатнаша. 2022 йылда беҙ уны “Башҡортостан Республикаһыны