Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Йәш геологтар ярышты

БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында геология буйынса уҡыусылар араһында ойошторолған XXV Республика олимпиадаһына йомғаҡ яһалды. Унда Хәйбулла, Баҡалы, Өфө райондарынан, Күмертау, Сибай, Салауат, Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Өфө ҡалаларынан 100-ҙән ашыу бала ҡатнашты. Олимпиада тематикаһы Ер тураһында ғилемдәргә бәйле төҙөлә. Балалар геология буйынса белемен һынап, тестар һәм практик күнекмәләр башҡарҙы, тикшеренеү эштәрен яҡланы. Балаларҙың ошоноң ише сараларҙа ҡатнашыуы республика халҡының йәшәйешен, экология мәҙәниәтен яҡшыртыуҙы маҡсат итеп ҡуя һәм “Экология”, “Мәғариф” милли проекттары (национальные проекты “Экология и “Образование”) ҡуйған бурыстарҙы тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә. Был милли проекттар ил Президенты В.В. Путиндың май указдары тарафынан раҫланды. Фото: ecology.bashkortostan.ru