Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ишеү слаломы комплексы төҙөлөшө әүҙемләшә

Башҡортостандың Спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Өфөнөң Калинин районындағы Инорс биҫтәһендә ишеү слаломы өсөн үҙенсәлекле ҡоролмалар комплексының беренсе сираты төҙөлөшө әүҙем бара. Объект Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектының (национальный проект “Демография”) “Спорт – йәшәү нормаһы” төбәк проекты нигеҙендә һалына. Проект Өфөнөң 450 йыллығы уңайынан төҙөлгән объекттар исемлегенә индерелгән. Канал Йылы күл менән Ҡариҙел йылғаһын тоташтырасаҡ. Әле илебеҙҙә ошондай бер генә канал эшләй, ул да йылдың йылы миҙгелендә генә. Ә Өфөләге комплекс ҡышын да эшләйәсәк. Дөйөм оҙонлоғо 350 метр тәшкил иткән ҡоролмалар комплексына башланғыс канал, старт бассейны, алты арауыҡлы бассейны булған күнекмәләр участкаһы, финиш бассейны һәм ағыу каналы инә. Әле технологик күперҙең нигеҙен әҙерләйҙәр, шулай уҡ старт бассейнына илткән канал буйынса эш бара. Мәғлүм булыуынса, быйыл февралдә Башҡортостандың Капиталь төҙөлөш идаралығы төҙөлөшкә рөхсәтте алды. Беренсе этапта Йылы күлдән Өфө йылғаһына тиклемге канал буласаҡ ерҙәге урманды киҫтеләр. Төҙөлөш эштәре мартта башланды. Беренсе сират буйынса бөтә ғәмәлдәрҙе ноябрҙә тамамлау күҙаллана. Фото: contenta.info Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/432513#scroll