Асҡын районының Урмияҙ ауылы мәктәбендә элекке хакимиәт башлығы Ришат Дихин иҫтәлегенә таҡтаташ астылар. Ришат Дихин 1987 йылда ошо ауылда тыуып үҫкән,ошонда бала сағы, үҫмер йылдары үткән, мәктәп йылдарында тәүге шиғырҙарын да ижад иткән ул. Ришат Марат улы 2019 йылда Асҡын районының хакимиәт башлығы итеп тәғәйенләнгәйне. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2021 йылда коронавирус ауырыуынан 34 йәшендә генә вафат булды. Тыуған яғында халыҡ хәстәре менән ысын күңелдән янған яҡташтарын онотмайҙар. Ҡайҙа ғына хеҙмәт итһә лә, эшкә башкөллө сумды ул, шәхси ваҡытын да йәлләмәне, һәр нәмәне еренә еткерергә тырышты, тип уның хаҡында йылы иҫтәлектәр һаҡлайҙар. Урмияҙ мәктәбе нигеҙендә уның иҫтәлегенә бына инде ике йыл рәттән “Дихин уҡыуҙары” фәнни-тәжрибә конференцияһы уҙғарыла. “Быйыл “Дихин уҡыуҙарын”да Асҡын районынан 67 уҡыусы ҡатнашты, сара яңы форматта уҙҙы, был бик ҡыуаныслы. Балалар Ришат Марат улының һәм үҙҙәре ижад иткән шиғырҙарҙы уҡынылар. Шулай уҡ үҙҙәренең тикшеренеү эштәрен дә күрһәттеләр. Талантлы балалар башҡорт, рус, инглиз телдәрендә сығыш яһанылар. Ришат Марат улы кесе Ватаны өсөн һәм уның һәр кешеһе өсөн йәне-тәне менән янды. Ришатты онотмағандары өсөн, Асҡын районы хакимиәтенә, мәҙәниәт бүлексәһенә һәм был сараны ойоштороусыларға, талантлы балалар үҫтергән ата-әсәләргә ҙур рәхмәтемде белдерәм”, - тип яҙған социаль селтәрҙә уның ҡатыны Гөлназ Дихина. Фото Гөлназ Дихинананың сәхифәһенән. .