31 мартта Сухумила Башҡортостандың рәсми делегацияһының Абхазияға эш сәфәре сиктәрендә Рәсәй төбәгенең инвестиция һәм иҡтисад потенциалы презентацияланды. Унда дәүләт власы органдары, иҡтисад һәм эшҡыуарлыҡ үҫеше институттары етәкселәре, эшҡыуарҙар, Абхазия һәм Башҡортостандың ҙур компаниялары вәкилдәре ҡатнашты. Абхазия Президенты Аслан Бжания Башҡортостан делегацияһын тәбрикләп, уларға уңышлы эш һәм Абхазия партнерҙары менән яңы эшлекле бәйләнеш булдырыуҙы теләне. Башҡортостан Башлығы сығышында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 31 мартта үҙенең указы менән илдең яңыртылған тышҡы сәйәсәт концепцияһын раҫлауын белдерҙе. -Абхазияға хеҙмәттәшлекте нығытыу буйынса етди ниәттәр менән килдек, - тине Радий Хәбиров. – Башҡортостан менән Абхазияны бер-береһенә таныштырыу беҙҙең маҡсат. Бөгөнгө презентация беҙҙең мөмкинлектәр тураһында киң мәғлүмәт биргәндер. Оҙайлы берлектәге проекттарҙы булдырғанда уларҙы иҫәпкә алыу мөһим. Быйыл 23 майҙа Абхазияға Башҡортостандың бизнес-миссияһы барасаҡ, уның составына төбәктең министрлыҡтары эксперттары, экспортҡа йүнәлтелгән компаниялар етәкселәре инәсәк. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.