Найти тему
Башҡортостан гәзите

Мин ураҙаламын!

Рамаҙан айында паркта ике ураҙалы йәш егет ҡыуаҡтар янындағы эскәмйәлә йәшереп кенә ашап ултырыусы ҡартты күреп, мыҫҡыллы көлөп, эре ҡиәфәт менән һүҙ ҡушалар:-Бабай, һеҙ оло кеше, ниңә ураҙала түгел?- Мин ураҙаламын!- Хм... Нисек тотаһығыҙ инде ураҙаны?- Кешеләрҙән көлмәйем, уңыш-байлыҡтарынан көнләшмәйем, ғәйбәт һөйләмәйем, үҙемде башҡаларҙан өҫтөн ҡуймайым, оятһыҙ һүҙҙәр әйтмәйем, кешеләргә яҡты уй-теләктәмен, Аллаһҡа зекер әйтеүҙән туҡтамайым!Тик, үкенескә ҡаршы, ашҡаҙаным ауырыу булыу сәбәпле оҙаҡ ашамай тора алмайым.,,Ә һеҙ үҙегеҙ ураҙаламы һуң?"- тип һорап ҡуя ҡарт.,,Юҡ, беҙ бары ашамай ғына торабыҙ икән", - тип оялып яуап бирә йәштәр. Үҙегеҙ ураҙа тотоп, кемдәндер: "Ә һеҙ ураҙаламы?" -тип һорай алдынан бер аҙға ғына ошо ҡарттың һүҙҙәрен хәтерегеҙнә төшөрһәгеҙ ине. Фото: istockphoto.com