31 мартта Сухумила Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Абхазия Президенты Аслан Бжанияның осрашыуы үтте. Көн тәртибендә халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу һәм берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу һорауҙары ҡаралды. - Беҙҙең халыҡтарҙы күптәнге бәйләнеш бәйләй. Абхазия Башҡортостан халҡының ҡатмарлы осорҙағы ярҙамын онотмаған. Тарихтың был бите беҙгә киләсәктә ышаныслы булырға ярҙам итә. Былтыр һеҙҙә ҡунаҡта булғайныҡ. Әлбиттә, Башҡортостан үҙенең уңыштары һәм халҡы менән һоҡландыра, - тине Абхазия Президенты Аслан Бжания. Башҡортостан Башлығы ла берлектәге башланғыстарҙың үҫешенә ҡыҙыҡһыныуын белдерҙе. - Абхазияға яуап менән килеүебеҙ өсөн шатбыҙ. Үткән осрашыу мәлендә беҙҙең мөнәсәбәттәр үҫеше тураһында килешкәйнек. Былтыр сентябрҙә Сухумила Башҡортостандың Тышҡы бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы вәкиле Олег Назаров эш башланы. Ул үҙ-ара бәйләнеш һорауҙарына яуап бирәсәк, -тине Радий Хәбиров. – Беҙ хеҙмәттәшлек үҫеше потенциалын иғтибарлап өйрәндек. Иң беренсе был