ҠУҘЫ Матди мәсьәләләр контролдән сығыр, моғайын. Шуға күрә аҡсаға бәйле проблемаларҙы етди уйлап хәл итеү шарт. Эске һиҙемләүгә ҡолаҡ һалырға, йөрәк ҡушыуы буйынса эш итергә тырышығыҙ. Башбаштаҡлыҡҡа юл ҡуймағыҙ, сит кешеләрҙең кәңәшенә ҡолаҡ һалмағыҙ. БУҒА Был аҙнала барлыҡ кәртәләрҙе емереп, үҙегеҙ теләгәнсә үҫешкә өлгәшә алаһығыҙ. Эштә лә, шәхси тормошта ла ҡыйынлыҡтар булыуы ихтимал. Аҡса мәсьәләһен хәл итеүҙе кисектереп тороу хәйерле. ИГЕҘӘКТӘР Тирә-яҡтағы шау-шыуҙан ҡасып, тәбиғәт ҡосағына юлланыу теләге тыуыр, моғайын. Быны аҙнаның тәүге яртыһында тормошҡа ашырырға мөмкин. Бурысҡа аҡса биреп тороуҙы йәки, киреһенсә, алған бурысты ҡайтарыуҙы һорауҙары ихтимал. ҠЫҪАЛА Аҙнаның башы ҡаршылыҡлы хис-тойғоларға, ваҡиғаларға бай булмаҡсы. Матди йәһәттән бер аҙ ҡыйынлыҡтар ҙа, яҡындарығыҙ менән аңлашылмаусанлыҡтар ҙа тыуыр кеүек. Аҙна аҙағында айырыуса һаҡ булығыҙ. АРЫҪЛАН Ғаилә, романтик мөнәсәбәттәр өсөн ҡулай мәл. Аҙна башында һәр йәһәттән ҡәнәғәтлек кисереп, үҙегеҙҙе