М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрына ике өлөштән торған “Ете быуын... Һаҡлаусылар” һәм “Ете быуын... Йәштәр” тип аталған спектакль-вербатимдарҙы ҡараған тамашасылар: “Был “башдрам”дар тағы аптыратты, һоҡландырҙы, тетрәндерҙе, уйландырҙы...” – тип таралышты. Документаль сәхнә әҫәре – Рима Харисова менән Сәрүәр Сурина етәкселегендәге бер төркөм артистарҙың Йылайыр районына экспедицияһы һөҙөмтәһендә тыуған спектакль. Улар ауылдарҙа йәшәгән халыҡ менән аралашып, тормош, тел, милләт, иман, дин, быуындар бәйләнеше хаҡында фекерҙәрен һорашып яҙып алды. Беҙҙең республика тамашасылары өсөн әлегә яңылыҡ булараҡ ҡабул ителгән “вербатим” формаһындағы спектаклдең ҡуйыусы режиссеры – Рима Харисова, ҡуйыусы рәссамы – Әлиә Байрамғолова, композиторы – Урал Иҙелбаев, рәссам-яҡтыртыусыһы – Таһир Аҡманов. “Ете быуын... Һаҡлаусылар” спектаклендә – ябай ауыл халҡының бөгөнгө тормошҡа ҡарашы. Актерҙар кешелекте берләштергән, үҙенсәлекле һәм ҡабатланмаҫ иткән “милләт” тигән төшөнсәнең мәҙәни кодын эҙләй, спектаклдәге төп төшөнсәләр – “еребеҙ, тел, йолаларыбыҙ, тамырҙарыбыҙ, балаларыбыҙ”. Икенсе өлөш “Ете быуын... Йәштәр” тип атала, унда милли үҙенсәлек темаһы үҙәктә тора: тамырҙарҙы барлау һәм заман менән бергә атларға ынтылыу... Спектакль геройҙары – беҙҙең заман йәштәре, уларҙың фекерҙәре, уйҙары, тормошҡа ҡараштары. Спектаклдәрҙең тәүге өлөшөндә Йылайыр районына хас фольклор яңғыраһа, икенсеһендә – спектаклдә ҡатнашыусы актерҙар башҡарыуында (тере тауыш!) Миңзәлә Яхина, Алтынай Вәлитов, Артур Кәбиров, Инсан һәм “Дәрүишхан”, “Рух”, “Ике йөҙ” төркөмдәре репертуарындағы йырҙар. Спектаклдәр тураһында уларҙы сәхнәгә сығарыусылар ниндәй фекерҙә? Тыңлап алайыҡ. Рима ХАРИСОВА, ҡуйыусы режиссер: – Вербатим – халыҡ араһына башкөллө сумып, замандаштарыбыҙҙың ысын уй-кисерештәрен белеү өсөн бик үҙенсәлекле технология. Минең күҙлектән шуныһы ҡиммәтле – беҙ кешеләрҙең ҡарашын уртаҡлашмаһаҡ та, бындай тәжрибә уларҙы тыңларға һәм аңларға ярҙам итә. Был технологияла тәрән гуманистик идея сағыла: ул кире ҡаҡмай, ҡабул итә, берләштерә һәм диалог өсөн мөхит булдыра. Вербатим технологияһында йәки был технологияны ҡулланып башҡарылған спектаклдәр тамаша залы менән сәхнәне, тамашасылар менән донорҙарҙы (әңгәмәселәрҙе) сәхнәгә алып сыҡҡан актерҙарҙы бер майҙанға туплай һәм улар араһында горизонталь бәйләнеш булдыра. Бындай спектаклдәрҙә күтәрелгән темалар ассоциатив бәйләнештәр тыуҙыра, улар мөһим мәсьәләләрҙе сағылдырырға һәм үҙеңде шәхес итеп, донъяның бер өлөшө булараҡ аңларға ярҙам итә”. Милена СИРАЕВА, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы: – Вербатим менән тәүгә таныштым, быға тиклем интернеттан ғына ҡарап белә инем. Экспедицияға барғанда, нисек инде бөтөнләй таныш булмаған кешенең күңел донъяһына инеп, уны бер нисә сәғәт буйы һөйләтергә була икән, тип уйлай инек. Баҡтиһәң, халыҡтың әйтер һүҙе күп, тыңларлыҡ кеше генә булһын!.. Тәүҙә ҡыйыр-ҡыймаҫ, бер генә кеше менән һөйләшһәк, сәфәр аҙағына инде көнөнә биш-алты кеше менән әңгәмә ҡороп өлгөрә инек. Әңгәмәселәребеҙ ике-өс сәғәт эсендә яҡын дуҫҡа әйләнә ине. Кешене донъя баҫа, яҡын кешеләре менән һөйләшеп ултырырға ваҡыты етмәй йә ҡыҙыҡһынмай. Уйлап ҡараһаң, һәр кешенең күңеле – ҙур йыһан, һәм ул күңелендә ятҡан байлығы менән бүлешкеһе килә. Урал ӘМИНЕВ, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы: – Вербатим формаһындағы спектакль өҫтөндә эш еңелдән булманы, әммә проектта бик яратып ҡатнаштым. Бында күберәк актерға үҙаллы эшләргә тура килде, образды ижад итеүгә лә актер яуаплы, һуңынан материал дөйөм бер спектакль итеп йыйылды. Театр тарихында бер юлы ике спектакль сығарып рекорд ҡуйҙыҡ тип уйлайым, минеңсә, был театр яҙмышында ҙур әһәмиәткә эйә спектаклдәр. Руслан ЮЛТАЕВ, кинорежиссер: – Был спектакль-вербатимдар – республиканың театр донъяһы өсөн, һис шикһеҙ, мөһим ваҡиға. Заман өсөн актуаль һәм ауыр теманы күтәреп сығыу – ҙур яуаплылыҡ һәм батырлыҡ. Йылайыр районына сәфәр йылы хәтирәләр ҡалдырҙы, әйтерһең, беҙ күптән белгән яҡын кешеләр менән аралаштыҡ. Экспедиция видеоматериалдары спектаклдә ҡулланыла, шулай уҡ уларҙы документаль фильм итеп сығарыу өҫтөндә лә эш бара. Актерҙар үҙҙәренең багажын үҙенсәлекле образдар һәм характерҙар менән тулыландырҙы, уларҙың бер өлөшөн сәхнәгә алып сыҡты. Ҡуйыусы төркөм билдәләүенсә, “геройҙарҙың уй-фекерҙәре спектаклдә ҡатнашыусылар фекере менән тап килмәүе лә ихтимал. Актерҙар – үҙҙәренең геройҙарын һәм тамашасыларҙы тоташтырып торған сылбыр”. Ә уй-фекерҙәр төрлөсә, улар менән килешергә лә, килешмәҫкә лә мөмкин, әммә шуныһы бәхәсһеҙ – замандаштарыбыҙҙың йәшәйеше, кисерештәре сәхнәнән ҡыйыу яңғыраны. Сәхнәнең – көҙгө, ә унда замандаштарыбыҙ икәнен тағы бер иҫбатланы вербатим жанры. - Динара ҠӘЙҮМОВА