Найти тему
Башҡортостан гәзите

Массаж файҙалы булһын тиһәң...

Ике мең йыл элек үк Рим табибы Гален, физик күнекмәләр, дөрөҫ туҡланыу, ял менән бер рәттән, массаждың да һаулыҡ өсөн файҙалы икәнлеген билдәләгән. Хәҙер массаждың ниндәй генә төрө юҡ! Әммә уның файҙаһы булһын өсөн түбәндәге кәңәштәргә иғтибар итегеҙ: l табип менән ныҡлап кәңәш­ләш­мәйенсә массаж яһатырға ашыҡмағыҙ; l юғары йәки урта медицина белеме барлығын документтар менән раҫлаған белгестәргә генә мөрәжәғәт итегеҙ; l аҡса эшләргә тип кенә тотонғандарҙан массаж яһатмағыҙ, юғиһә ул дөрөҫ эшләнмәһә, һау­лыҡҡа зыян килтереүе ихтимал; l процедура оҙайлығы ла иғтибар үҙәгенән төшмәһен. Әгәр ул 40-тан 50 минутҡа тиклем һәм ун көндән ашыу яһалһа, был процедураны туҡтатырға кәрәк. Сөнки организм бындай оҙайлы һәм даими сеанс­тарҙан һуң тергеҙелеп өлгөрмәй. Айһылыу НИЗАМОВА