Сабыр ҡатын-ҡыҙҙар һоҡландыра. Улар яйлап ҡына, үҙ бәҫен белеп аҡҡан киң һыулы йылғаны хәтерләтә. Юлда осраған ҡамауҙарҙан да ҡурҡмай, һиҙҙермәй генә йырыр әмәлен табып, артабан аға ла аға. Ана, күрәһеңме, юл ыңғайы әллә күпме бәләкәй йылғаларҙы етәкләп алған, ярҙамсыл да була ундайҙар. Һәр кем дарманына ҡарап дәрт итә шул – сабыр ҡатындың күңеле киң, үҙе инсафлы, тыйнаҡ та. Яҙмышына рәхмәтле Әкрен генә эшкә килгәнен ҡарап торам: ҡаршыһына осраған һәр кемде алсаҡ сәләмләй, хәлдәрен белешер һүҙ таба. Буш хәбәрҙәргә һис ҡасан бормай, һәр кемдең үҙенән генә һорашыр хәл-сәләме бар. Шаяртып та ала, илтифатлы ла. Әле бер аҙна ғына улар араһында эшләп йөрөүемә ҡарамай, арҡамдан йылы итеп хәстәрлекле һыйпай, түҙ, ошо сит кешеләр яҡыныңа әүерелер, эшеңдең дә айышына төшөнөрһөң, тиеүе икәнен һүҙһеҙ ҙә шунда уҡ аңланым. Изгелектәре күркәм холҡонда уның. Ә бит ул минең етәксем дә түгел, әхирәт тә... Быға тиклем сәхнәнән һоҡланып ҡараған актрисам – Альбина Кашанова. Уның тәбиғәтенә тап ошондай йәмле сифаттар хас. Бөгөнгө Альбина Кашанова Мостай Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” драмаһындағы Оло инәйҙе йәки Зәйнәб Биишева әҫәре буйынса ҡуйылған “Кәмһетелгәндәр” спектаклендәге Таиба әбейҙе күҙ алдына баҫтырһа, үткәнендә, Милли йәштәр театрының саҡ асылған мәлдәрендә, йәш актриса Мирхәйҙәр Фәйзиҙең “Аҡ ҡалфаҡ” пьесаһындағы Ғәфиә, Флорид Бүләковтың “Йөрәктәрҙә ҡалған эҙҙәр” спектаклендәге Һәҙиә, Әнғәм Атнабаевтың “Мөхәббәт тураһында йыр”ындағы Гөлнарҙы хәтергә төшөрә. Сағыу тауышлы, күҙҙәре янып торған Альбина апай ғүмерлек юлдашы итеп күргән театр сәнғәтенә оҙон юлдар, ҡыйыу боролоштар аша килһә лә, актриса яҙмышы менән бик ҡәнәғәт һәм бәхетле кеше. Республикабыҙ мәҙәниәте донъяһында ҡәҙерле, билдәле шәхес. Бала сағынан сәхнә хаҡында хыялланғандар ғына ошондай билдәлелеккә, бейеклеккә күтәреләме икән, тип уйлаған саҡтарым бар ине. Эйе, күп актерҙар биографияһына хас сценарийға ярашлы, бәләкәй Альбина йыр, бейеү, нәфис һүҙ оҫтаһы ролендә мәктәп сәхнәһе йондоҙо булып балҡый. Күрше-күлән алдында ла сығыш яһай. Ә өйҙә радиопостановкалар тыңлап, спектакль ҡуйыусы актерҙар араһына инеп киткәндәй булып, хисләнеп алырға ла ярата. Мәктәпте тамамлағас, ата-әсәһе Альбина апайҙы Бөрө фармацевтика училищеһына уҡырға ебәрә. Әсәһе Флүзә апай ошо өлкә кешеһе булғас (ҡырҡ йылға яҡын фельдшер булып эшләй), ғаиләләге баш бала шул юлдан китергә тейеш һымаҡ күргәндер. Яҡшы ғына уҡып бөтөп, фармацевт булып китә ҡыҙ. Өфөлә Черниковка биҫтәһендә дарыуханала эшләй башлай. Бер ваҡыт эштән сығып, ятаҡҡа инеп барғанында үҙе мөләйем, аҙымдарынан осҡон сәселгән йәш кенә Альбинаны бер ир кеше туҡтата: – Һеҙ йыр, бейеү, шиғыр һөйләүгә нисек ҡарайһығыҙ? – тип һорай ул. – Мин бала саҡта йырланым да бейенем... – Ә мин талантлы йәштәр туплайым. Иртәгә “ВЛКСМ-дың 40 йыллығы” мәҙәниәт йортона килегеҙ, бәлки, һеҙгә оҡшар. Көнһылыуҙан башланған юл... Танылған хормейстер, популяр йырҙар авторы, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Афарим Аҡсуриндың да ул саҡта республика сәнғәтен үҫтереү өсөн фольклор ансамбле йыйып, эш башлап ҡына йөрөгән мәле. Альбина бара. Хатта солистка булып китә. Райондар буйлап гастролдәргә сығалар. Ижад донъяһы Альбина Рәфис ҡыҙын тулыһынса арбай ҙа ҡуя. Өфө сәнғәт институтында Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Павел Мельниченко, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Ғабдулла Ғиләжев курсын тамамлағас та, 1991 йылда эшкә Йәш тамашасылар театрына (бөгөнгө Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры) килә. Сәхнәлә бер ваҡытта ла ташламалар яһалмай, һәр кем үҙенә тәғәйенен башҡара. Был хәҡиҡәтте юғары уҡыу йортон тамамлап килеүсе актерҙар бик яҡшы белһә лә, яуаплылыҡҡа тиҙ үк өйрәнеп китеүе ауыр. Ул йәһәттән дә Альбина апай үҙен, бәхетле инем, тип хәтеренә төшөрә. Театрҙың художество етәксеһе Олег Ханов, актерҙар Сәүиә Сираева, Роза Кәримова, Әхтәм Абушахмановтар йәш көстәргә бар яҡлап та терәк, ярҙамсы була. Венер Камалов, Гөлфиә Рафиҡова, Альбина Кашанова бер курста уҡып, Йәш тамашасылар театрына бергәләп эшкә килә. Альбина Рәфис ҡыҙына беренсе көндән үк роль бирәләр. Сәрүәр Суринаның “Алтын балта” әкиәтендә – Көнһылыу, Ғәзим Шафиҡов пьесаһы буйынса Олег Ханов сәхнәләштергән “Ҡорбан килтереү” драмаһында Мәрйәм менән башланып киткән ижад юлы бөгөнгә төрлө жанрҙағы алтмыштан ашыу ролдәр гөлләмәһе булып киткән. Уларҙың һәр береһе ҡәҙерле, һәр береһе йәнең киҫәгеләй иҫтәлекле. И. Әлмөхәмәтовтың “Хикмәтеңдә һинең ҡөҙрәтең” спектаклендә – Әсә, Р. Эрдурандың “Бүләк” драмаһынды Һауа ролдәре тамашасы күңелен тулҡынландырып, онотолмаҫ хистәр уятһа, М. Кәримдең “Ҡыҙ урлау”ындағы Туҡтабикә, Ғ. Ҡәйүмовтың “Һинд ҡыҙы” комедияһындағы Кәбирә Альбина Кашанова оҫталығына хайран иткәйне. К. Гольдониҙың “Ике байға бер Шомбай”ында – аҫрау ҡыҙ Смеральдина, Т. Миңнуллиндың “Диләфрүзгә дүрт кейәү” музыкаль комедияһында – Сажидә, М. Ладоның “Йәшәгән ти...” драмедиһында Хужабикә ҡатын-ҡыҙ һөйкөмлөлөгөнә ғашиҡ иттерһә, бөгөн дә Милли йәштәр театрында гөрләп барған М. Кәримдең “Беҙҙең өйҙөң йәме”ндә – Көнбикә, “Үлмәҫбай” хикәйәтендә – Хужабикә, шәфҡәт туташы, гардеробта эшләүсе ҡатын, А. Цагарелиҙың “Ханума”һында – Кабато, З. Биишева әҫәре буйынса “Мөхәббәт һәм нәфрәт” музыкаль легендаһында – Яусы, М. Буранғоловтың “Башҡорт туйы”нда Аҙнабикә – бөгөнгө Альбина Кашанова маһирлығы кимәленең юғарылығын иҫбат итеүсе ролдәр. “Тапҡанһың һөнәр!” – Бынамын тигән фармацевт һөнәре алып, баш ҡалала эшләп йөрөгән генә мәлдә юлығыҙҙы бөтөнләй икенсе юҫыҡҡа борғас, ата-әсәйегеҙ ни тине һуң? – тип һорайым актрисанан. – Әсәйем нисек тә ҡабул итте, ә атайым: “Тапҡанһың һөнәр!” – тине лә... һигеҙ йылға яҡын мин уйнаған спектаклдәрҙе ҡараманы, ҡул һелтәп кенә ҡуя ине. Шулай бер мәл Наил Ғәйетбайҙың “Ауылға ҡыҙҙар килде” комедияһы менән минең тыуған яҡтарға, Балтас районына килдек. Тыуған ауылым Түбәнге Һикеяҙҙа сығыш яһай торған көндә йәшенләп ҡаты ямғыр башланды, бер нисә ауылда электр сымдары өҙөлөп, ут һүнде. Беҙҙең ауылдан ете саҡрым алыҫ Шауъяҙыла ут бар, халыҡ көтә, тип хәбәр иттеләр. Шунда атайым, әсәйемдәрҙе лә үҙебеҙ менән алып, күмәкләп киттек. Төн уртаһы булыуға ҡарамаҫтан, халыҡ таралышмаған, клуб тултырып беҙҙе көтәләр ине. Рәхәтләнеп уйнаныҡ, атайым мине шунда беренсе тапҡыр сәхнәлә күрҙе. Ныҡ ҡыуанды. Барыһын да ҡабул итеүен, яратҡан һөнәрем икәнен аңлауын әйтеп, ошонда үҙенең фатихаһын бирҙе. Эйе, сәнғәт еле бер ҡағылған икән, мәңгелек “ауырыу”ға әйләнәһең. Ауырлыҡ-һыҙландырыуҙары ла биҙҙермәй. Эҙләнеүсән актрисаның әле төрлө яҡлы мөмкинлектәре бар. Ижад итер дәрте лә ташып тора. Тап уның кеүектәр – сәхнә йәме, тормош биҙәге. Уларҙы бер көн күрмәһәң, ниҙер етмәй торғандай. Ул уйнаған тамашаларҙы ғына һайлап, нәҡ уны ғына күрергә килгән тамашасыларҙың барлығы сер түгел. Эйе, Башҡортостандың халыҡ артисы Альбина Кашанова “йондоҙ ауырыуы” менән бер ҡасан да ауырыманы, ул – үҙенең булмышы менән аҡылдың ҡәҙере әҙәп менән бергә килгәнен күрһәтеп йәшәүсе ижади шәхес. - Рәзилә ЫРЫҪҠУЖИНА