Кискеһен шул, ситке палатаға ингәйнем, ишек яғына өңөлөп ҡарап ултырған Өмөттө күрҙем. – Улым, әйҙә минең менән! Теге шуны ғына көткәндәй ырғып тороп, килә һалып етеп, һыйынып, етәкләп алды, ҡыуаныстан килгән күҙ йәштәрен ҡул һырты менән һыпырҙы. Ирекһеҙҙән таҡыр башты һыйпап ҡуйҙым, арыҡ арҡанан ҡаҡтым. Йоҡларға яттыҡ. Мине ҡосаҡларға өлгөргән бала ҡолағыма бышылданы: – Ә мин ипле генә ятырмын, тыйнаҡ ҡына. Аҡтырнаҡ һымаҡ… – Аҡтырнаҡ? – Ауылда беҙҙең һис бер кемгә өрә белмәгән этебеҙ бар. Эт булғас, ул этләшергә тейеш бит инде. Өрөргә. Шунан тешләшергә. Ә ул аҡыллы, йыуаш. Атайым эсеп ҡайтып әсәйемә тауыш күтәрһә, шым ғына сығып китәм дә әүеҫлектәге Аҡтырнаҡтың янына барып һыйынам. Ә ул мине ҡосаҡлап ята, биттәремде ялап-ялап ала. Һәйбәт эт ул, кеше һымаҡ, һөйләшә генә белмәй… Арыу уҡ ятып ташланыҡ. Бала һаман уяу. – Өмөт, һин нишләп йоҡламайһың? – Ҡурҡам… – Нимәнән? – Һиҙҙермәй генә янымдан тороп китерһең дә мин тағы яңғыҙ ҡалырмын. – Ә мин ни эшләп тороп китәйем? – Ят менән йоҡламай