Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Социаль пенсия арта

Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Михаил Мишустин 1 апрелдән социаль пенсияларҙың 3,3 процентҡа индексацияланыуын белдерҙе. “1 апрелдән былтыр июнь айында үткәрелгән индексацияға өҫтәп социаль пенсияларҙы арттырабыҙ. Был ярҙам страховка пенсияһын алырға стажы етмәгән граждандарға күрһәтелә”, – тине Михаил Мишустин. Һөҙөмтәлә социаль пенсиялар йыл эсендә 13,5 проценттан ашыуға артасаҡ, был үҙ йәһәтендә дүрт миллионға яҡын кешенең пенсия менән тәьмин ителеш кимәлен үҫтерәсәк. Етәксе әйтеүенсә, Хөкүмәт пенсия ваҡытында һәм тулы күләмдә түләнһен өсөн социаль гарантиялар системаһын камиллаштыра бара. Социаль пенсияның уртаса йыллыҡ күләме хәҙер 12560 һум тәшкил итәсәк. Социаль пен­сия­ларҙы страховка пенсияһын иҫәп­ләү өсөн раҫланған стажы етмәгән граждандар, инвалид һәм ҡараусыһын юғалтҡан кешеләр ала. Икеләтә пенсияны кем алыуы ихтимал? 2023 йылдың 1 апреленән кем ике пенсия аласаҡ? Уға дәғүә итеүсе граждандар кате­горияһына дәүләткә ҡарамаған пенсия фондтарына (НПФ) аҡса средстволары индергән­дәрҙән тыш, элекке хәрбиҙәр, Эске эштәр министрлығы, Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәте һәм башҡа структуралар хеҙмәткәрҙәре алыуы мөмкин. Шулай уҡ икеләтә пенсияны инва­лидлыҡ билдәләнгән Чернобыль ликвидатор­ҙарына, уларҙың нур сиренә юлыҡҡан, хеҙмәткә яраҡһыҙ ғаилә ағзаларына, Бөйөк Ватан һуғышы һәм блокада ветерандарына тәғәйенләүҙәре мөмкин. Юғары иҡтисад мәктәбенең хоҡуҡ факультеты деканы, эксперт В.Виноградов әйтеүенсә, хәрби зонала инвалидлыҡҡа юлыҡҡандар, федераль дәүләт хеҙ­мәткәрҙәре, космонавтар һәм осоусы-һынаусылар, хәрби саҡырылышта һәләк булған һалдаттарҙың ата-әсәһе һәм тол ҡатындарына ла икеләтә пенсия түләүҙәре ихтимал. Эксперттың әйтеүенсә, һәләк булған хәрбиҙең тол ҡатыны ҡабаттан рәсми никахҡа ингәндә, икенсе пенсияға хоҡуғын юғалта. Иң киң таралған пенсия төрө Ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһы – Рәсәйҙә иң киң таралған пенсия төрө. Пенсия йәшенә еткәс, граждандар айлыҡ түләүҙәр ала башлай. Был пенсияны Рәсәйҙә 30 миллиондан ашыу кеше ала. Уны, кешенең хаҡлы ялға сығыуына йәки эшләүен дауам итеүенә ҡарамаҫтан, тәғәйенләйҙәр. Пенсияны тәғәйенләүҙең төп шарттары – хеҙмәт стажы һәм пенсия коэффициенттары булыуы. Ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһы ҡайһы бер категория кеше­ләренә пенсия йәшенә етмәҫ элек үк тәғәйенләнеүе мөмкин. Бындай льготалы категорияға, мәҫәлән, табиптар, уҡытыусылар, осоусылар, шахтерҙар, водителдәр һәм башҡа күп кенә профессия кешеләре ҡарай. Эшләүсе пенсионерҙар августы көтә Федерация Советының социаль сәйәсәт буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Елена Бибикова әйтеүенсә, 1 августан үткән йылда эшләгән пен­сионерҙарҙың пенсияһы яңынан иҫәпләнәсәк. Эш биреүсе тарафынан түләнгән страховка иғәнәләрен иҫәпкә алып, уларҙың пен­сияһы арттырыласаҡ. Был илдәге 9,8 миллион кешегә ҡағыласаҡ. Эш биреүсе түләгән страховка иғәнәләренән сығып, шәхси пенсия коэффициенты билдәләнә. Тик уның иң юғары өҫтәмәһе эшләүсе пенсионер өсөн өсәүҙән дә артмай. Ә хәрбиҙәр – октябрҙе... 1 октябрҙән хәрбиҙәрҙең пенсияһы 10,5 процентҡа арттырыласаҡ. Был хәрби һәм уға тиңләштерелгән хеҙмәтте үткән кеше­ләрҙең пенсияһына ла ҡағыла. Шул иҫәптән Янғынға ҡаршы дәүләт хеҙмәте, Эске эштәр министрлығы, енәйәт-башҡарыу системаһы учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең дә пенсиялары индексацияланасаҡ. 1 февралдән 14 миллиондан ашыу льготаға эйә пенсионерҙың айлыҡ аҡсалата түләүҙәре (ЕДВ) 11,9 процентҡа индексацияланды. Ә 1 марттан Донецк һәм Луганск Халыҡ Республикаларында, Запорожье һәм Херсон өлкәләрендә йәшәгән рәсәйҙәрҙе пенсия менән тәьмин итеү тураһында Закон ҡабул ителде. Ошо ваҡыттан яңы төбәктәр халҡы Рәсәйҙәге бөтә пенсия төрҙәренә дәғүә итә ала. Пенсия күләмен арттырып буламы? Белгестәр әйтеүенсә, ҡайһы бер осраҡтарҙа пенсияны яңынан иҫәпләтергә мөмкин. Был хаҡта Елена Бибикова Телеграм-каналда аңлатма биргән. Түләүҙәр күләменә пенсионер тәрбиәһендә кешеләр булыуы тәьҫир итә. Һәр береһенә (өсәүҙән дә артыҡ түгел) страховка пенсияһына билдәләнгән түләү 1/3 өлөшкә арта. 2002 йылға тиклемге стаж, 1,5 йәшкә тиклемге балаларҙы тәрбиәләү осоро (алты йылға тиклем) иҫәпкә алынмаһа, Социаль фондҡа пенсияны яңынан иҫәпләтеү өсөн мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. 80 йәшкә еткән өлкәндәр һәм I төркөм инвалидтарына түләүҙәр 100 процентҡа арта. Ауыл хужалығында билдәләнгән вазифаларҙа 30 йыл эшләгәндәрҙең пенсияһы 25 процентҡа арттырыла. Исемлеккә 500-ҙән ашыу һөнәр һәм вазифа эйәләре ингән. Пенсияғыҙҙы яңынан иҫәпләтергә теләһәгеҙ, бөтә тейешле документтар менән Социаль фондтың территориаль органына мөрәжәғәт итегеҙ. Белеүегеҙсә, Рәсәйҙә Социаль фонд Пенсия һәм Социаль страховкалау фондтарын берләштергәндән һуң 2023 йылдан эш башланы. Граждандар өсөн бер ниндәй үҙгәрештәр булмаясаҡ, бары уңайлыҡтар ғына артасаҡ. Бөтә хеҙмәттәрҙе һәм мәғлүмәттәрҙе бер генә урында, бер тәҙрә режимында алырға мөмкин. Пенсия һәм пособиеларҙы илтеү датаһы һәм ысулдары элеккесә ҡала. Граждандарҙы ҡабул итеү клиент хеҙмәтләндереүенең берҙәм офис­тарында башҡарыла. Байтаҡ дәүләт хеҙмәттәре төрҙәрен шәхси электрон кабинет аша алырға мөмкин. Социаль фонд был йүнәлеште артабан да үҫтереү яғында. Динә АРЫҪЛАНОВА