Найти тему
Башҡортостан гәзите

Шаран еләгенең данын арттыра

Бына ун йыл инде Наталья Андриянова баҡса еләге үҫтереү менән шөғөлләнә. Тәүҙә ул Яңы Йомаш ауылында йәшәгән ағаһы Олег Димитриевҡа еләк түтәлдәрен эшкәртергә ярҙам итә. Ә туғыҙ йылдан һуң үҙенең 1,5 гектар ерендә еләк үҫтерә башлай. Эш башлаған баҡсасы өсөн был бик яҡшы старт була. Хәҙер инде ул өс гектар майҙанда татлы еләк-емеш үҫтерә. “Еләк үҫтереү менән яратып шөғөл­ләнәм, һәр үҫентегә күңел йылыһын бирәм, әйтерһең дә, улар минең “сабыйҙарым”, – тип йылмая Наталья. – Үҙем балаларымдың нисек үҫеп буй еткергәнен һиҙмәй ҙә ҡалдым, бәләкәйҙән хеҙмәткә ылыҡтырып тәрбиәләгәс, тормошта юғалып ҡалмаясаҡтарын беләм. Улым да, ҡыҙым да – хужалыҡта төп ярҙам­сылар. Константин Октябрьский нефть колледжында, ҡыҙым Ксения М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡый. Мин үҙемде бәхетле ҡатын тип иҫәпләйем, әсәйем дә, 91 йәшлек өләсәйем дә иҫән-һау. Бәхет өсөн күп кәрәкме ни?!” Наталья Николаевнаның яҙмышы ижад менән тығыҙ бәйле, ул “Илем” сыуаш йыр ансамбле ағзаһы. “Йыр-моң ауырлыҡтарҙы еңергә, кеше менән аралашып йәшәргә ярҙам итә, ә милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙе ихтирам итеү, йәш быуынға тапшырыу – беҙҙең бурыс. Мин баш әйләндергес маҡсат­тар ҡуйып йәшәмәйем, көндәлек мәшәҡәттәрҙән дә йәм табырға тырышам. Ваҡытым булғанда, кейем тегергә, ойоҡбаш бәйләргә ултырам. Балаларымдың ҡасан да булһа сыуаш халҡының милли традицияларын ныҡлап өйрәнеүгә тотоноуҙарына өмөт итәм”, – ти ул. - Руслан ХАФИЗОВШаран районы