Рәсәй Президенты Указына ярашлы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар һәм ветерандар, пенсияларына өҫтәп, унар мең һум аҡса аласаҡ. Был хаҡта Социаль фондтың республика буйынса бүлексәһе етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Фәнил Вахитов Республикаға идара итеү үҙәгенән “Сәләм” тапшырыуында хәбәр итте. Түләүҙәр апрелдә аласаҡ пенсиялар менән бергә киләсәк. Быйыл өҫтәмә түләү республиканың 182 ветеранына һәм сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән 63 кешегә тейеш. Ғариза яҙыу талап ителмәй. Пенсия һәм социаль түләүҙәрҙе илтеү 3 апрелдән башлана. Почта элемтәһе ойошмалары аша алыусыларға түләүҙәр раҫланған график буйынса барып етәсәк. Фото: “Башинформ”