8-9 апрелдә “Торатау” конгресс-холында ата-әсәләр форумы уҙғарыла. Унда балаларҙы тәрбиләү, уларҙың һәләтен үҫтереү менән бәйле көнүҙәк мәсьәләләр тикшереләсәк. Программа сиктәрендә 8 апрелдә “Ата-әсәне уҡытыу көнө” ойошторола, унда “Заманса баланы тәрбиәләү тренды. Ниндәй ҡиммәттәр тәрбиәләргә, ниндәй һәләтте үҫтерергә”, “Баланы тәрбиәләү: һөйөү нисек мейене формалаштыра” һәм башҡа темалар күтәреләсәк. Шулай уҡ 8 апрелдә “Тиҙ уҡыу” , «Каллиграфия»,”Китап клубы” темаларына оҫталыҡ дәрестәре үткәреләсәк. 9 апрелдә “Берлектәге йәкшәмбе” көтә. Был көн дә балалар һәм ата-әсәләр өсөн файҙалы буласаҡ. Форум ҡунаҡтары өсөн профессионал психологтар, докладсылар сығыш яһаясаҡ. Сарала ҡатнашыусылар Мәғариф министрлығы белгестәренә һәм саҡырылған эксперттарға тәрбиә менән бәйле һорауҙарын бирә аласаҡ. Фото: Башҡортостандың Мәғариф министрлығы.