Найти тему
Башҡортостан гәзите

Иң яҡшы ғәмәли табиптарҙың береһе ул

7 апрель – Бөтә донъя сәләмәтлек көнө – айҡанлы “Башҡортостан” гәзите ойошторған “Һаулыҡ һаҡсыһы” конкурсы дауам итә. Сираттағы конкурсантыбыҙ – Ғафури районының Еҙем-Ҡаран участка терапевы Рафаил Камил улы ХӘСӘНОВ. Ул Башҡортостан дәүләт медицина институтын 1987 йылда тамамлаған. Совет Армияһында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Өфөнөң 21-се дауаханаһында интернатура үтә. Артабан Ғафури районының Сәйетбаба участка дауаханаһында терапевт вазифаһын башҡара, ошо уҡ райондың Еҙем-Ҡаран участка дауаханаһының баш табибы итеп тәғәйенләнә. Әлеге ваҡытта ул – ошо уҡ дауахананың дөйөм практика табибы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы исемен алған.