Найти тему
Башҡортостан гәзите

Әбйәлилдә - янғын

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығының матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, бөгөн төндә Әбйәлил районының Үрге Әбдрәш ауылында ағас йорт янған. Янғын сығыу тураһында хәбәр алыныу менән ваҡиға урынына Әлмөхәмәт ауыл биләмәһенең ирекле янғын һүндереү командаһы һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр ебәрелгән. Дөйөм көс менән йортҡа ҡунған "ҡыҙыл әтәс" ауыҙлыҡланған, әммә был юлы ла янғын ҡорбанһыҙ үтмәгән. Утты һүндереп бөткәс, 1977 йылғы ирҙең кәүҙәһе табылған. Ваҡиға урынында тикшереү бара, янғын сәбәптәре асыҡлана. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы граждандарҙы ут менән һаҡ булырға, боҙоҡ электр ҡорамалдарын, мейесте ҡулланмаҫҡа, балаларҙы һәм яңғыҙ йәшәгән өлкәндәрҙе ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа кәңәш итә. Әгәр көтөлмәгән хәл килеп тыуһа, "101" һәм "112" телефондары аша шылтыратып, ярҙам саҡырығыҙ. Фото: "Башинформ"