Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Шәһит Хоҙайбирҙиндең һәйкәле балҡып китте

Республикала ауыл һәм ҡалаларҙы ҡыштан ҡалған сүп-сарҙан таҙартыу эштәре әүҙем алып барыла. Мәҫәлән, 30 мартта Өфө ҡалаһын йыйыштырыуға көндөҙгө сменала 400 хеҙмәткәр, 199 берәмек коммуналь техника һәм биш өҫтәмә хеҙмәттәр йәлеп ителгән. Ҡаланы йыйыштырыу, таҙартыу, йыйыу кеүек эштәр барышында баш ҡаланың Октябрҙең 50 йыллығы урамында – Матбуғат йорто алдындағы Шәһит Хоҙайбирҙиндең һәйкәлен дә йыуҙылар (һүрәттә). Был эштәрҙән һуң һәйкәл балҡып китте. Үткән тәүлектә муниципаль хеҙмәттәр: – 775 кубометр ҡар алып сыҡҡан; – дүрт тонна боҙға ҡаршы материалдар файҙаланған; – урамдарҙан һәм ихаталарҙан 9102 кубометр сүп-сар сығарғандар; – юлдарҙы соҡорҙа ремонтлау барышында 292,5 квадрат метр майҙанда 48,2 тонна асфальт-бетон ҡатнашмаһы һалынған. Ә һеҙҙә экологик өмәләр башландымы? Рәмилә Мусина фотоһы һәм видеоямаһы.