Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Хәбәрселәр ҙур ярҙам күрһәтте

Өфө ҡалаһындағы хоспистың тирә-яғын тәртипкә килтереүҙә гәзит-журналдарҙың журналистары ла ҙур ярҙам күрһәтте. Хәбәрселәр ике сәғәт эсендә бинаның эргә-тирәһен йыйыштырҙы, ундағы сүп-сарҙы йыйҙы, хәҙер иһә был урын ялтырап тигәндәй ята, эргәһендә бер ҡый ҙа күрмәҫһең. Унда Башҡортостан матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчевтың да ҡатнашыуы һәр йәһәттән дә отошло ине. "Күмәкләгән яу ҡайтарған, тиҙәр. Үҙегеҙ шаһит, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә күпме эш башҡарҙыҡ", - тине Максим Ульчев. Әйткәндәй, бөгөн һәр беребеҙ тирә-яҡты тәртипкә килтереүгә үҙенең өлөшөн индерә. Әгәр ҙә ундай уңғандар бар икән, ошо хоспис етәкселегенә туранан-тура мөрәжәғәт итә ала. Хоспис быйыл июнь айында асылырға тейеш. – Бында килеп ярҙам итеүселәр күберәк булған һайын, эштәр ҙә ыраясаҡ, хоспистың ваҡытында асылыуына ла өмөт ҙур буласаҡ, – тине "Башгражданстрой" йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары Марат Ғәлиуллин. Фото: Юлай Кәримов.