Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Яңы кешеләр - Өфөлә"

7 апрелдә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең “Яңы кешеләр” сәйәси партияһы рәйесе Алексей Нечаев һәм партияның Думалағы фракцияһы етәксеһе урынбаҫары Сардана Авксентьева менән осрашты. Көн тәртибендә – һайлау кампанияһына әҙерлек һәм республика менән үҙ-ара эш итеүҙе нығытыу. – 2023 йылда беҙҙә – Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға, ә урындағы кимәлдә 800-гә яҡын ауыл советына һайлауҙар үтәсәк. 2024 йылда Рәсәй Президентын һәм республика Башлығын һайлауҙар була, – тине Радий Хәбиров. – Башҡортостанға килеүегеҙ партияның төбәк бүлексәһе иғтибарын һайлаусылар менән эшләүгә, мөһим программа проекттарын тормошҡа ашырыуға йүнәлтергә ярҙам итер тип ышанам. Алексей Нечаев партия составында эшҡыуарҙарҙың күп булыуы хаҡында һөйләне. Улар Башҡортостандың инвестициялар йәлеп итеүсәнлеген һәм республика етәкселегенең яңы башланғыстарға иғтибарын юғары баһалай. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.