Найти тему
Башҡортостан гәзите

“Беҙҙең күңел тыныс”

Был фотоһүрәттәге өс егет – Альба, Урмансы һәм Айыу. Улар Иглин районының батыр яугирҙәре. Егеттәр Башҡортостандың башҡа меңгә яҡын хәрбиҙәре менән бергә махсус хәрби операция зонаһынан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан. Беҙ уларҙы осратҡан көндө улар район хакимәмте башлығы урынбаҫары менән осрашып, аралашырға тип килгәйне. Ҡыҫҡа ғына ваҡытта егеттәр менән беҙ ҙә һөйләшеп өлгөрҙөк. Улар өсөһө лә бер ауылдан икән. Былтыр сентябрҙә өлөшләтә мобилизацияға эләгәләр һәм Ҡазанда әҙерлек үткәс, илебеҙҙе һаҡларға юлланалар. – Тыуған ил саҡырғас, киттек. Барыһы ла һәйбәт, Башҡортостан беҙҙе онотмай. Тыуған йорттан бар кәрәк-яраҡты ебәреп торалар, – ти егеттәр бер тауыштан. Уларҙың өсөһө лә водитель. Урмансы связистарҙы йөрөтә, Альба әйбер ташый. “Машина багажнигы һәр ваҡыт исемле посылкалар менән тулы була. Уны өйҙәренән яҡындары ебәрә һәм беҙ егеттәрҙе эҙләп табып, тапшырабыҙ”, – ти Альба. Егеттәрҙең ялыуҙары юҡ. “Барыһы ла яҡшы, бөтә нәмә лә етә. Балалар менән ҡатынды, тыуған яҡты һағынам, әлбиттә. Әле бына ялға ҡайтарҙылар, бөтәһе менән дә күрештек. Иң мөһиме, күңел тыныс, бында ғаиләм бар льготалар менән дә файҙалана, ялыуҙары юҡ”, – ти Айыу. Урмансы позывнойлы егет махсус хәрби операцияға киткәнсе урман менән шөғөлләнгән, бура бурап һатҡан, бәләкәй генә пилорамы ла булған. Уның да ҡатыны һәм ике балаһы бар. “Ҡайтыуға пландар ҙур, эшемде дауам итергә уйлайым. Ә әлегә Тыуған илде яҡларға кәрәк. Беҙҙең Иглин егеттәре бик дуҫ, тегендә лә бергә булырға, ярҙам итергә тырышабыҙ. Районыбыҙ ҙа беҙгә хәстәрлек күрһәтә, барыһы ла яҡшы”, – ти Урмансы. Егеттәр әйтеүенсә, тыуған районы уларҙы геройҙар итеп ҡаршы алған. – Герой тигәндән, бында беҙҙе ысынлап та шулай тип иҫәпләйҙәр. Минең ошоға тиклем бик аралашмаған алыҫта йәшәгән һеңлем мәктәптә минең турала иншалар яҙған, сығыш яһаған икәнлеген белеп ҡыуандым. Ә беҙ ни бары ирлек бурысын үтәйбеҙ, – ти Урмансы. Егеттәргә тиҙ арала иҫән-һау килеш һәм Еңеү менән ғаиләләре янына бөтөнләйгә ҡайтыуҙарын теләйбеҙ! Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.