Ғинуар айында билдәләнгән Рәсәй студенттары көнө айҡанлы “Башҡортостан” гәзитенең социаль селтәрҙәге төркөмөндә “Иң яҡшы студент” тип аталған конкурс иғлан иткәйнек. Ошо конкурста Ишембай нефть колледжы студенты Айһылыу Кинйәбаева 2-се урын яуланы. Ишембай районына командировка барышында беҙ еңеүсебеҙ менән осрашып, уға “Башҡортостан” гәзитенең дипломын тапшырҙыҡ. Айһылыу – Ишембай ҡалаһы ҡыҙы. Бөгөн ул машиналар эшләү бүлегенең 3-сө курсында уҡый. Тырыш ҡыҙ, уҡыу алдынғыһы булыу менән рәттән, колледж тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. Ишембай ҡалаһының мәҙәниәт һарайында эшләп килгән "Юрматы" фольклор ансамблендә шөғөлләнергә лә ваҡыт таба. Айһылыуҙы үҙе уҡыған колледжда “Профессионалитет” проекты амбассадоры итеп һайлағандар. “Был йүнәлештә үҙебеҙ һайлаған һөнәрҙе киңерәк танытыу буйынса аңлатыу эштәре алып барабыҙ”, - ти тырыш ҡыҙ. – Айһылыу – һәр йәһәттән маҡтауға лайыҡ студентыбыҙ, ул – минең уң ҡулым, - ти колледждың методика кабинеты мөдире Марина Александровна Игошева (фотола). – Бынан тыш, ул – “Ҙур тәнәфес” проектының әүҙем ҡатнашыусыһы ла. Уҡыу алдынғыһы, әүҙем йәмәғәтсе булған Айһылыу Кинйәбаева Рәсәй “Нефтегазстройпрофсоюзы”ның стипендиаты булыуға ла өлгәште. Бына шундай шәп ҡыҙ уҡый Ишембай нефть колледжында. Айһылыуҙы еңеүе менән тағы бер тапҡыр ҡотлап, тағы ла ҙурыраҡ уңыштар теләйбеҙ! Автор фотолары.