Найти тему
Башҡортостан гәзите

Һалдаттың теләге тормошҡа ашҡан

Ил һаҡсылары – яугирҙәр ҡыҫҡа сроклы ялға ҡайтыуын "Бәйләнештә" социаль селтәрендә, Баймаҡ районында ғүмер иткән, Гүзәл Әминева түбәндәгеләрҙе яҙған. – Ҡыҫҡа ғына ялға ҡайтҡан саҡта уҡ ҡорбан салайыҡ тигән теләген белдерҙе ҡустым, берҙе түгел, икене тине, – тип хәбәр иткән Гүзәл Әминева. – Һыуыҡ окоп төбөндә ятҡанда ауылдаштарын уйлап, яғырға утыны булмағандарҙы хәстәрләп, имен-һау ҡайтһам, ҡорбан салып таратып сығам тигән ниәте булған. Гүзәл ханым әйтеүенсә, улар ҡустыһының теләген тормошҡа ашырып, туғандарҙы, ауылдаштарҙы йыйған, мәсеттә ҡорбан ашы ашатып, ифтар үткәргән. Уйлаған уй- ниәттәр изге, ҡорбандар ҡабул булһын! Фото: Гүзәл Әминева.