Хәйбулал районында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты буйынса (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) районда маҡсатлы эш алып барыла. Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов ҡатнашлығында “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” форматындағы сираттағы ултырышта ике проект ҡаралды. Артур Нафиҡов Һаҡмар йылғаһы буйлап һалда ағып төшөүҙе ойоштороу буйынса инвестиция проекты менән таныштырҙы. Проект төрлө йәштәге кешеләр өсөн әүҙем йәшәү рәүешен популярлаштырыуға, Хәйбулла районында әүҙем туризмды үҫтереүгә һәм ял көндәрендә төрлө туристик ял ойоштороуға йүнәлтелгән. Эшҡыуарлыҡты башлау өсөн Артур төрлө туристик ҡорамалдар (байдаркалар, катамарандар, ҡотҡарыу жилеттары, спорт инвентары һәм башҡалар) һатып алырға йыйына. Ғариза биреүсегә ҡорамал һатып алыуға бәйле сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау өсөн туризмды үҫтереү бу