Бөгөн бәрәкәтле Мәләүез ҡалаһы “Минең кесе Ватаным – Атайсал” төбәк муниципаль форумын ҡабул итә. Сарала Күмертау, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалалары, Мәләүез, Ғафури, Ишембай, Миәкә, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Федоровка районы вәкилдәре ҡатнаша. 2021 йылдың март айынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән тормошҡа ашырылған “Атайсал” проекты һөҙөмтәлелеген күрһәтте. Мәләүез районында ла ауылдаштарына, яҡташтарына ярҙам иткән кешеләрҙең күплеге һөйөндөрә. Дөйөм алғанда, Мәләүез районында 22 миллион һумдан ашыу суммаға 800-гә яҡын файҙалы эш башҡарылған. Ҡала мәҙәниәт һарайы алдында тирмәләр ҡоролған, тирә-яҡта байрам кәйефе. Ҡунаҡтар “Яҡташтарҙың изге эштәре” видеосалонында “Атайсал” проекты сиктәрендә яҡташтарыбыҙ тормошҡа ашырған эштәрҙе сағылдырған видеояҙмалар, шулай уҡ һүрәттәр конкурсы еңеүселәренең эштәре һәм муниципаль райондар биләмәһендә проект сиктәрендә тормошҡа ашырылған ҡаҙаныштар күргәҙмәһе менән таныша. Уларҙы Мәләүез районы ауыл хужалығы тармағында, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өлкәһендә етештерелгән аҙыҡ-түлек, көндәлек тауарҙар күргәҙмәһе үҙенә йәлеп итә.