4 майҙа Рәсәйҙә "Ярлыҡау" хәрби драмаһы прокатҡа сыға. Фильмдың нигеҙендә - башҡорт совет әҙәбиәте классигы М.Кәримдең шул уҡ исемдәге повесы. Премьера Мәскәүҙә, Өфөлә һәм Ҡазанда үтәсәк.Сюжет үҙәгендә - 20 йәшлек танкист, сержант Любомир Зухтың тарихы. Егет яҙмыш ҡушыуы буйынса төпкөл ауылға килеп йәшәгән испан коммунистары ҡыҙы Мария-Терезаға ғашиҡ була. Ҡыҙ ҙа уны оҡшата. Йоҡларға ятырға тигән команда булғас та, сержант һөйгәне янына йүгерә: яу алдынан мөһим һүҙҙәрен әйтеп ҡалырға ашыға ул. Әммә һуғыш осоро закондары буйынса, үҙенең енәйәт ҡылғанын, был аҙымы өсөн үлем язаһына тарттырылыуы ихтимал икәнен башына ла килтермәй... "Ярлыҡау" - М. Кәримдең ғәйәт шәхсән әҫәре, уны һуғыштан һуң 40 йыл буйы тиерлек күңелендә йөрөтә, - тип һөйләй кинотаҫманың продюсеры, бөйөк әҙиптең ейәне Тимербулат Кәримов. - Мостафа Сафа улы институт эскәмйәһенән һуғышҡа китә, ауыр яралана, әммә ҡабаттан фронтҡа бара, Еңеүҙе Венала ҡаршылай. Һуғыш уның тормошонда ла, ижадында ла тәрән эҙ ҡалдыра, хатта кү