2021 йылдан алып 30 мартта Рәсәйҙә Йортһоҙ кеше көнө билдәләнә. Ул - илдә йәшәү урыны булмаған кешеләрҙең проблемаларына иғтибарҙы йәлеп итеү маҡсатында үткәрелгән йәмәғәт акцияһы. Йортһоҙ кеше көнөндә Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советы ағзалары журналистар һәм Йәмәғәт советы ағзалары өсөн Билдәле йәшәү урыны булмаған кешеләргә ярҙам күрһәтеү буйынса республика комплекслы социаль үҙәгенә матбуғат туры үткәрҙе. Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡарамағындағы был учреждение 2003 йылдан алып эшләй. "Үҙәк көн һайын йортһоҙҙарҙың социаль статусын тергеҙеү маҡсатында эшләй: уларға төндә йоҡларға урын бирә, туҡланыу ойоштора, йәмғиәттә йәшәүгә яраҡлашыуҙа, документтарҙы тергеҙеүҙә, эшкә урынлаштырыуҙа ярҙам итә, шулай уҡ ауыр тормош хәлендә ҡалғандарға социаль хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса аҙна һайын күсмә акциялар үткәрә. Һәр аныҡ хәлдән сығып, маршруттар төҙөйбөҙ. Йыл һайын беҙҙең үҙәккә ете меңдән