Аллаһ Тәғәлә биргән һәр көнөбөҙ имтихандарҙан хасил. Һынау йортонда йәшәгән кеүекбеҙ. Һәр кемдең алдында ике юл тора: Раббыбыҙҙың, йәғни иман ҡанундары буйынса йәшәү йә иһә, шайтанға эйәреп, хаҡ тәрбиәнән ситкә китеү. “Ҡөрьән Кәрим”дә тормоштоң имтихан урыны булыуы хаҡында күп әйтелә. “Һеҙҙе ниндәй ҙә булһа хәүеф, аслыҡ, йәндәрҙең, малдың, емеш-еләктең кәмеүе менән һынайбыҙ”, — тиелә, мәҫәлән, “Әл-Бәҡара” сүрәһендә. Тимәк, бындай халәттән бер әҙәм балаһы ла ситтә ҡалмай. Кемдеңдер ғаиләһенә ҡыйынлыҡ килә, икенселәрҙең мал-тыуары, үҫтергән емеш-еләге, ҡорған донъяһы зыян күрә — быларҙың барыһын да Аллаһ Тәғәлә кешегә имтихан тотоу өсөн ебәрә. Ул ауырлыҡ тыуһа, юғалып ҡалмаҫмы? Хаҡ юлға тоғро ҡалырмы? Аллаһ Тәғәләне иҫкә төшөрөрмө? Дөрөҫ йәшәмәгән булһа, төҙәлерме? Тағы ла шуныһы бар: иң ҙур ауырлыҡтарҙы кисергән әҙәм балаһы ябай кеше түгел. Бындай йөк Аллаһ Тәғәләнең иманын, тәрбиәһен, бойороғон еткереп тороу бурысын йөкмәгәндәргә генә һалына. Бер ҡасан да өмөтһөҙлөккә бирелергә ярамай.