Ауыл халҡы өсөн иң яҡын етәксе кем тип уйлайһығыҙ? Староста, әлбиттә. Яҡшы староста – ауылдың тотҡаһы. Улар – ерле хакимиәттең беренсе ярҙамсылары, ауыл проблемаларының уртаһында ҡайнаусылар. Ауылдаштары өсөн староста – социаль хеҙмәткәр ҙә, психолог та, коммуналсы ла. Һәм былар барыһы ла йәмәғәт башланғыстарында эшләнә. Тыуған ауылы Вязовканың һәр мөйөшөн белә Фәнис Вәлинуров. – Ауыл халҡын ойоштороу еңел түгел, сөнки бөгөн һәр кем күбеһенсә үҙе тураһында уйлай, йәмәғәт эштәрендә ҡатнашырға атлығып тормай. Үҙ өлгөңдә халыҡты ҡуҙғатырға кәрәк, юҡһа ауыл юҡҡа сығасаҡ. Староста итеп һайлап ҡуйылғанһың икән, тимәк, ауыл халҡы һиңә ышана, һин уларҙың һәр береһе өсөн яуап бирәһең, – ти Фәнис Сабирйән улы. Фәнис бик иртә атайһыҙ ҡала. Ғаиләлә биш бала булалар. Кескәй саҡтан донъя йөгөн тартырға өйрәнеп,үҙаллы тормошҡа әҙерләнеп үҫә ул. Бигәнәй урта мәктәбен тамамлағандан һуң, 1985 йылда туған колхозында хеҙмәт юлын башлай: тракторсы, комсомол ойошмаһы секретары, профком рәйесе, хужалыҡ рәйес