Республиканың муниципаль берәмектәрендә урам яҡтыртыуын яҡшыртыу программаһы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән 2019 йылда башланғайны. Һөҙөмтәлә 40 меңдән ашыу яҡтыртҡыс ҡуйылды һәм алмаштырылды. Һуңынан программа туҡтатылды, әммә Радий Хәбировтың башланғысы буйынса быйыл тергеҙелә. Был хаҡта Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова хәбәр итте. Программаны ғәмәлгә ашырыуға ағымдағы йылда Башҡортостан бюджетынан 200 миллион һум бүленә, был социаль объекттарға, мәктәптәргә һәм балалар баҡсаларына юлдарҙы яҡтыртыуға бәйле хәлде яҡшыртырға тейеш. Программала 63 муниципалитет ҡатнаша. Эштәрҙе 1 авгусҡа тамамларға планлаштыралар. Бынан алда Өфө ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев, ҡала Советы депутаттары алдында сығыш яһап, Өфөлә урамдарҙы яҡтыртыу системаһын тулыһынса яңыртырға йыйыныуҙары тураһында хәбәр иткәйне. Быйыл 6 февралдә хакимиәт ҡала урамдарын яҡтыртыуҙы үҙгәртеп ҡороу